Йәмғиәт
20 Ноябрь 2025, 03:00

Ҡаҙҙы борсаҡ менән ҡаҡлай

Ҡаҙҙы ҡаҡлағанда тәме сыға торған иң яҡшы ваҡыт – 12 сәғәт арауығы, ти Рәхилә ханым.

Ҡаҙҙы борсаҡ менән ҡаҡлайҠаҙҙы борсаҡ менән ҡаҡлай
Ҡаҙҙы борсаҡ менән ҡаҡлай

Рәхилә Зәйнуллинанан ҡаҙ ҡаҡлау рецебы.

"Ҡаҙ итен ҡаҡлар өсөн дә, тоҙлар өсөн дә 12 сәғәт етешә. Тәме сыға торған иң яҡшы ваҡыт – 12 сәғәт арауығы.

Ҡаҙҙы таҙалағандан һуң икенсе көнөндә ҡаҡлайым. Барлыҡ ерен бик яҡшылап тоҙ менән ыуам. Шунан һуң эсенә алдан йыуып киптергән борсаҡ тултырам. Артабан башта уксуслы сепрәк, шунан һуң һары крафт ҡағыҙы менән һәйбәтләп төрөп, ашлыҡ эсенә тығам. 

Шунда ике-өс ай торғас, ҡаҙҙы тоҙонан таҙартып, борсағын бушатып, сепрәк, ҡағыҙҙарын алып, ҡайнар һыуҙа сайҡатып алам. Ҡаҙ матурланып, күпереп китә.

Шунан һуң көн ҡояшлы булһа, урамға эләм, булмаһа, 1-1,5 тәүлеккә мунсала ҡалдырам. Ҡаҙ матур, үтә күренмәле булыуға, ҡабат төрөп ҡуям", - тигән ул.

Фәниә Шәмиева фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-214119016_14132

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас