Йәмғиәт
30 Ноябрь 2025, 12:35

16 ғына йәшендә 150 балаға әсәй була

Уның вафатына 10 йыл, әммә халыҡ изге күңелле ҡатынды онотмай Быйыл ноябрҙә хатта ил президенты үҙе уның туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу ебәрә.

16 ғына йәшендә 150 балаға әсәй була16 ғына йәшендә 150 балаға әсәй була
16 ғына йәшендә 150 балаға әсәй була

Ҡырғыҙстандан Тоҡтоғон Алтыбаҫарова Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында блокадалағы Ленинградтан килгән балаларҙы урынлаштырыу менән шөғөлләнә. Ә Ысыҡкүл өлкәһенә бүленгән 150 сабыйҙы үҙенең ғаиләһендә һыйындыра. Һуғыштан һуң уның тәрбиәләнеүселәре ил буйлап тарала.

Тәрбиәгә алынған 150 баланан тыш, ҡырғыҙҙар "Тоҡтоғон апа" тип йөрөткән ҡатын фронтовик ире менән үҙҙәренең һигеҙ балаһын да үҫтерә. Артабан уларҙың 23 ейәне һәм 13 бүләһе була.

Тоҡтоғон Алтыбаҫарова 2015 йылдың ноябрендә 91 йәшендә вафат була. Ул тыуған ауылы Күрмөнтүҙә ерләнгән. Быйыл уның вафатына 10 йыл. Шул айҡанлы Ҡырғыҙстан Президенты Алмасбәк Атамбаев Әсәнең туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу хәбәре ебәргән.

Бөгөнгө Әсәйҙәр көнөндә ошондай оло йөрәкле бөтә әсәләргә лә ҙур хөрмәт һәм ихтирам белдерәбеҙ.

Фото: интернеттан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас