Йәмғиәт
4 Декабрь 2025, 09:00

Әсәһен... тәҙрә аша ырғытҡан

Был фажиғә Әсәләр көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында була

Әсәһен... тәҙрә аша ырғытҡанӘсәһен... тәҙрә аша ырғытҡан
Әсәһен... тәҙрә аша ырғытҡан

1965 йылғы ҡатындың кәүҙәһен уҙып барыусылар күреп ҡала һәм полицияға хәбәр итә.

Хоҡуҡ һаҡлау вәкилдәренә уның 39 йәшлек улы әсәһенең тәҙрә аша үҙе ташланыуы тураһында әйтә. Әммә тикшереү ваҡытында, күршеләр менән аралашып, ҡаршылағы йорттоң видеокүҙәтеү камераһын ҡарағандан һуң, хәлдең башҡаса булыуы асыҡлана.

Яҡынса билдәләнеүенсә, ҡатынды тәҙрәнән үҙ улы ташлай. Ир әйтеүенсә, улар был көндө әсәһе менән спиртлы эсемлектәр ҡулланалар, шунан араларында тауыш ҡуба һәм ул әсәһен ҡулына алып, алтынсы ҡаттан ырғыта...Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: "Башкирияонлайн" телеграм-каналы

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас