Йәмғиәт
4 Декабрь 2025, 22:30

1980 йылда Олимпия ‎айыуының Өфө "арҡаһында" һауаға осоуын беләһегеҙме?

Баҡтиһәң...

1980 йылда Олимпия  ‎айыуының Өфө "арҡаһында" һауаға осоуын беләһегеҙме?1980 йылда Олимпия  ‎айыуының Өфө "арҡаһында" һауаға осоуын беләһегеҙме?
1980 йылда Олимпия ‎айыуының Өфө "арҡаһында" һауаға осоуын беләһегеҙме?

1980 йылда Мәскәүҙә уҙған Олимпия уйындарҙың 50 килограмлыҡ символы ситкә түгел, ә туп-тура өҫкә осһон өсөн уға 24 резина шар беркетеп ҡуйғандар. ‎Ә был шарҙар Өфөләге резина изделиелары заводында етештерелгән икән.

‎Бына шулай, Өфө шарҙары донъя спортындағы иң матур һәм тулҡынландырғыс мәлде булдырырға ярҙам итә.

Был мәлде ҡарағанда барыһы ла илаған тиҙәр. Һеҙ иланығыҙмы? Хәтерләйһегеҙме?

Фото: "Rutube"тағы видеонан скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас