

Татарстан һәм Башҡортостан артисы Гүзәл Уразованың концерты ваҡытында йәш егет сәхнәнән көтөлмәгән тәҡдим яһай. Йырсының ижадын һөйөүсе Уразова менән Илдар Хәкимовтың Эллари исемле өлкән ҡыҙын кәләшлеккә һоратҡан.
- Мин һеҙҙең ҡыҙығыҙҙы бөтә йөрәктән яраттым. Ике йыл элек уны һоратҡайным инде, тик килеп сыҡманы. Мин талап итә алмайым, әммә йөрәккә бойороп булмай бит... - тигән ул.
Гүзәл Уразова "кейәү килгән" тип шаяртһа, Илдар Хәкимов оҙон ғына буйлы "кейәүҙең" буйын самалап, "нисауа" тип белдерә.
Эллари әлеге ваҡытта юғары белем ала, шул уҡ ваҡытта ата-әсәһе менән гастролдәрҙә лә йөрөй. Һуңғы ваҡытта йырҙарҙы үҙе яҙа. Ҡыҙ иғтибарын күберәк уҡыуға һәм ижадҡа бүлә, шәхси тормошо тураһында һөйләмәүҙе хуп күрә.
Тамашасылар йәш егетте сәпәкәй һуғып оҙата. Донъя бит - күрербеҙ.
Фото: видеонан скриншот.