15 декабрҙә Тәтешле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы Тәтешле ауылындағы яңыртылған Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгәндә булды.
Үҙәк 1988 йылда төҙөлгән күп йүнәлешле ауыл клубында урынлашҡан. 2023 йылда район әүҙемдәре менән аралашҡанда төбәк етәксеһе бинала капиталь ремонт яһарға вәғәҙә иткәйне. Төҙөүселәр бинаның ҡыйығын, тәҙрә, ишектәрен, инженерлыҡ селтәрҙәрен алмаштырған, фасадын тәртипкә килтергән, клубтың эргәһендәге биләмәне төҙөкләндергән. Йәнә яңы йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алғандар. Быйыл көҙ реконструкциянан һуң тарихи-мәҙәни үҙәк ишектәрен асҡан.
Радий Хәбиров һөнәрселек үҙәген, удмурт йортон, музей экспозицияһын ҡарап сыҡты. Методика кабинеты һәм заманса китапхана эшмәкәрлеге менән танышты.
Башҡортостан Башлығы ошонда уҡ удмурттарҙың милли-мәҙәни үҙәге әүҙемдәре – ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәғариф учреждениелары вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республикала йәшәгән удмурттарҙың мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлау йәһәтенән киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
– Бынан бер нисә йыл элек һеҙҙең менән осрашҡанда ошонда реконструкция яһарға ҡарар иткәйнек. Һөҙөмтәлә бик яҡшы тарихи-мәҙәни үҙәк килеп сыҡты, – тине Радий Хәбиров. – Эргәлә генә удмурт теле тәрән өйрәнелгән полилингваль мәктәп эшләй. Ремонт та яҡшы, программа ла бар, балалар ҙа ҙур теләк менән белем ала. Республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау бик мөһим. Был беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе.
Активистар республика етәкселегенә яңыртылған бина өсөн рәхмәт әйтте һәм алда торған ҙур саралар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, киләһе йыл февралдә Яңы Тәтешлелә “Дуҫлыҡ күпере” удмурт мәҙәниәте фестивален ҡабул итәләр, ә апрелдә Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге нигеҙендә Башҡортостан удмурттарының съезы уҙғарыла. Төбәк етәксеһе унда ҡатнашырға ниәтләүе тураһында әйтте.
Үҙәк вәкилдәре ижади коллективтарға күрше ауылдарға һәм төбәктәргә төрлө фестивалдәргә һәм башҡа сараларға барырға тура килеүе, әммә үҙҙәренең автобустары булмауға зарланды. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне ҡарарға ҡушты.
Ауыл клубы алдында Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәр обелискына сәскә һалды.
Фото: БР Башлығы сайтынан.