Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2025, 19:30

Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде

Улар ғаилә традицияларын һаҡлай, йәш быуынға дөрөҫ йүнәлеш бирә, быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡиммәттәрҙе өйрәтә, йәмғиәттең алдынғы бер вәкиле, уға файҙалы шәхес булыуға ынтылыш һала.

Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде

Иртәгә, 21 декабрҙә, Рәсәйҙә Күп балалы ғаиләләр көнө үтә. Күркәм датаны тәүге тапҡыр Башҡортостанда ла билдәләйбеҙ.

Мөһим көндө булдырыуҙың төп маҡсаты – ҙур ғаиләнең әһәмиәтен, уның традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшөнә айырым иғтибар йүнәлтеү, өлгөлө ғаиләләрҙе күрһәтеү. Ҙур, татыу ғаиләләр – үҙҙәренең һәр вәкиленә ышаныслы терәк. Улар ғаилә традицияларын һаҡлай, йәш быуынға дөрөҫ йүнәлеш бирә, быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡиммәттәрҙе өйрәтә, йәмғиәттең алдынғы бер вәкиле, уға файҙалы шәхес булыуға ынтылыш һала.

Тәүге тапҡыр үткәрелгән байрамға бағышлап, бөгөн Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан ҡатнашыусылар араһындағы еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Ғаиләләр өсөн ҡоролған сәй табыны янында улар менән Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аралашты. “2018 йылдан башлап төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған, башҡалар өсөн өлгө булып торған ғаиләләрҙе тәбрикләйбеҙ”, – тип билдәләне ул.

Һәр ғаилә конкурс өсөн үҙҙәре менән таныштырған матур видеояҙмалар төшөргән. Сәй табынында ҡунаҡтар йылы яҙмалар менән танышты. Үҙҙәренең тырышлығы, өлгөрлөгө, маҡсатҡа ынтылышы менән күптәргә үрнәк булырҙай ғаиләләрҙе булдырған атай-әсәйҙәр ҙә һүҙ тотто, ҡайһы берҙәренең сығышы үтә лә тулҡынландырғыс булды.

Бөтә Рәсәй конкурсының Башҡортостан этабында ҡатнашыусылар араһында еңеү яулаған ғаиләләрҙең береһе – Өфөнән Андрющенколар – бөтә Рәсәй конкурсының “Күп балалы ғаилә” номинацияһы еңеүселәре лә. Федераль этапта ла ҙур уңышҡа өлгәшкән был ғаиләне республиканың ғорурлығы тип атарға хаҡлыбыҙ.

Йылы мөхиттә ихлас аралашып, бер-береһе менән танышҡандан һуң, Ленара Иванова ғаиләләргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Рәсми ҡотлауҙан һуң байрамға саҡырылған ғаиләләр Яңы йыл шыршыһы янына йыйылды, унан инде “Щелкунчик” балетын тамаша ҡылды. Яңы йыл кәйефе биргән күркәм балет спектаклен ҡарау байрам алдынан баш ҡалаға өлгөлө ғаиләләрҙе саҡырып тәбрикләү сараһының үҙенсәлекле йолаһына әйләнгән.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күп балалы күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас