Илдең Журналистар союзы “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” йыллыҡ премияһына ғаризалар ҡабул итә. 1996 йылда булдырылған премия әлегә тиклем бөтә быуын журналистары өсөн иң абруйлы һөнәри конкурс булып ҡала.
Уның маҡсаты – рус теле һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә, ватан журналистикаһы йолаларын нығытыуға тос өлөш индергән һәләтле авторҙарҙы һәм медиаменеджерҙарҙы асыҡлау, уларға булышлыҡ итеү һәм дәртләндереү. Журналистарҙың һөнәри кимәлен күтәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу, журналистиканы үҫтереү һәм һөнәри берләшмәне нығытыу, медиаиндустрияла өр-яңы исемдәрҙе һәм таланттарҙы асыу, сифатлы контент сығарған ҡыйыу һәм принципиаль авторҙарға ярҙам итеү уның төп бурыстары иҫәбенә инә.
“Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” – ябай конкурс ҡына түгел, ул ватан журналистикаһының иң яҡшы ҡаҙаныштары йылъяҙмаһы ла. Мәғлүмәт биреү менән генә сикләнмәгән, бер үк ваҡытта йәмғиәт тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәрткән һәм һөнәри камиллыҡ кимәлен билдәләгән социаль әһәмиәтле эштәрҙе көтәбеҙ”, – тине Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев.
Конкурста журналистар, хәбәрселәр, мөхәррирҙәр, фоторепортерҙар, телевидение алып барыусылары һәм әҙәби һөнәр вәкилдәре, айырым авторҙар, шулай уҡ автор коллективтары ҡатнаша ала. Эштәр “Алтын ҡаурый”, “Һөнәри оҫталыҡ өсөн”, “Йыл медиаменеджеры”, “Журналистика легендаһы”, “Йыл фотохәбәрсеһе”, “Алтын кәштә”, “Хеҙмәт бурысын үтәгәндә ҡыйыулыҡ өсөн” номинацияларында баһалана.
Ғаризалар 2026 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә. Бүләкләү тантанаһы 26 мартта Мәскәүҙә уҙғарыла.
Конкурста ҡатнашыу ҡағиҙәләре, материалдарға талаптар, жюри составы һәм ойоштороу комитеты тураһында мәғлүмәттәр менән премияның рәсми сайтында (www.goldenpenaward.ru.) танышырға мөмкин.