Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ғинуар , 00:05

Иғтибар, акция: "Рәфискә кәләш эҙләйбеҙ!"

Айырым йәшәйбеҙ тиһәләр, ихата эсендә икенсе йорт әҙер тиерлек. Һыу үткәрергә, йыһаздар ҡуйырға ғына ҡалған...

Иғтибар, акция: "Рәфискә кәләш эҙләйбеҙ!"
Иғтибар, акция: "Рәфискә кәләш эҙләйбеҙ!"

Тележурналист, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова үҙенең сәхифәһендә шундай яҙма ҡалдырған:

"Дуҫтар, Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтарҙы онотмағанһығыҙҙыр бит? Егеттәр һәүетемсә генә донъя көтөп ята. Быйыл 20-нән ашыу ҡаҙ һуйғандар, уларҙы электр коляскаһы һатып алып, шуның менән тәрбиәләп-көткәндәр. Өйҙәре йылы, һыуҙары канализациянан ағып, кер йыуыу машиналары эшләп тора.

Белеүегеҙсә, былтыр Ҡунаҡҡоловтарҙың иң өлкәне Фәиз мәрхүм булып ҡалды. Рафиҡ Гөлфиә менән матур итеп йәшәп яталар. Рәфисебеҙ генә әлегә яңғыҙ. Әммә үҙе һымаҡ шаян, йор һүҙле, ихлас ҡына берәй кәләш табылыр, тип өмөт итәбеҙ. Айырым йәшәйбеҙ тиһәләр, ихата эсендә икенсе йорт әҙер тиерлек. Һыу үткәрергә, йыһаздар ҡуйырға ғына ҡалған. Шулай итеп "Рәфискә - кәләш" акцияһын башлайбыҙ!!!"

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Йәнекәйҙә өс бер туған Фәиз, Рафиҡ, Рәфис Ҡунаҡҡоловтар ҡаты сир арҡаһында инвалид коляскаһында йөрөргә мәжбүр була. Рәмзиә Кәримованың булышлығы арҡаһында уларҙың көнкүреше яйланды, күп уңайлыҡтар эшләнелде. Рафиҡ өйләнгән, ҡалған ике ағай-эне буйҙаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр өлкәндәре вафат булған. Әле Рәфискә тормош көтөрҙәй кәләш эҙләйҙәр. Бәлки, һеҙҙең яҡта барҙыр уға тиң булырҙай ҡатын-ҡыҙ? 

Фото: Р. Кәримованың сәхифәһенән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Иғтибар, акция: "Рәфискә кәләш эҙләйбеҙ!"
Иғтибар, акция: "Рәфискә кәләш эҙләйбеҙ!"
Иғтибар, акция: "Рәфискә кәләш эҙләйбеҙ!"
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас