Иҡтисад фәндәре кандидаты, 80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, сканворд-башватҡыстар авторы Илдар Ғәбитов былтыр ғинуар башында вафат булғайны. Өс бала атаһы, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы Өфөлә йәшәй ине. Йөрәк сире ҡапыл ғына уны ваҡытһыҙ арабыҙҙан алып китте...
Әле килеп яҡты исемен мәңгеләштереү маҡсатында ауылдаштары, класташтары Илдар Ғәбитовтың тыуған ауылы - Әбйәлил районының Буранғол ауылы эргәһендә юл буйында баннер урынлаштырған. Айырыуса Нәсих Сәлмәнов бөтә эште башлап, хәстәрләп йөрөгән. Афарин!
Хәҙер "Кешенең төп бурысы - халҡыңа хеҙмәт итеү!" тигән яҙыулы баннер Өфө - Асҡар, Өфө - Баймаҡ юлына сәфәр сыҡҡан бөтә юлсыларҙы ҡаршы алып-оҙатып тора.
Фото: "Осҡон" гәзите.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-106859930_176994