Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар , 18:00

Теге донъяға барып ҡайтҡан малайға 39 йәш тулды

"Акушерка, үлгән тип, дежур табипты саҡыртты. “Бала үле тыуҙы” тип ҡағыҙға яҙып, ҡул ҡуйҙырҙылар".

Теге донъяға барып ҡайтҡан малайға 39 йәш тулды
Теге донъяға барып ҡайтҡан малайға 39 йәш тулды

Милли йәштәр театры актеры Шәһитулла Хамматовҡа 1 ғинуарҙа 39 йәш тулды. "Тормош китабымдың 39-сы битен асам. Рәхмәтлемен атайыма, әсәйемә", - ти ул.

“Шәһит ауырлыҡ менән тыуҙы, тыуғас та иламаны ла. Акушерка, үлгән тип, дежур табипты саҡыртты. “Бала үле тыуҙы” тип ҡағыҙға яҙып, ҡул ҡуйҙырҙылар. Унда балалар шәфҡәт туташы бар ине. Һиҙҙеме икән, баланы ҡулында алып йөрөнө, арҡаһына горчичник һалды, өҫтәлгә һалып, аяҡ-ҡулын, кәүҙәһен ыуҙы. Шул саҡ ул “сый” итеп ҡалды. “О, живой!” тип, балаға әйләнеп, укол һалдылар, малайың бар, 4 кило 100 грамлыҡ тип, илатып алып сығып киттеләр. Шул, теге донъяға барып ҡайтҡан малай ул”, – тип һөйләй әсәһе.

Бына шул үлемдән ҡалған малай хәҙер театрҙа һәм туйҙарҙа бөтә халыҡты үҙенә ҡаратып тота, илата ла, көлдөрә лә.

Әсәһенең һөйләгәндәрен "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡарағыҙ. 

Фото һәм видео: Ш. Хамматовтың шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас