Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ғинуар , 10:00

Яңы йыл байрамы кәрәкме?

Дин әһелдәре мосолман байрамдарынан башҡа донъяуи байрамдарға ҡырҡа ҡаршы. Мин үҙем намаҙ уҡыған апайымды берәй байрам менән ҡотлаһам, ул асыулана... Ә бына Морат хәҙрәт Лоҡманов был турала нимә уйлай икән? 

Яңы йыл байрамы кәрәкме?
Яңы йыл байрамы кәрәкме?

"Яңы йыл байрамы кәрәкме? Каникулдар, оҙайлы ялдар яҡшымы ул, насармы?" - тип фәлсәфә ҡорорға яратыусылар бар. Дөрөҫлөктә, ул турала баш ватырға түгел, ә ошо көндәрҙе нисек дөрөҫ файҙаланыу тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк.

Мәҫәлән, ғаиләбеҙ, балалар менән күберәк бергә була алабыҙ. Сәйәхәткә сығып килергә лә мөмкин. Туғандар менән күрешеп аралашырға шәп форсат. Ҡунаҡлашабыҙ. Китап уҡып ғилемебеҙҙе арттырабыҙ һ.б.

- Эштән ебәрмәйҙәр, шуға күрә йома намаҙына йөрөй алмайым, - тип әйтеүселәрҙе ишетергә тура килә. Ә бөгөн нәмә ҡамасаулай? Эшкә бараһы түгел, рәхәтләнеп мәсеткә йөрөп була.

Ҡыҫҡаһы, Яңы йыл һин теләһәң дә, теләмәһәң дә бар, ул хәләл дә, хәрәм дә түгел. Ә бына ошо көндәрҙе хәләлдә, йә хәрәмдә үткәреүең һинең ҡулыңда.

...Бөгөн йәнә бер үткән йылға, телефонда йыйылып киткән фотоларға күҙ һалып фекерҙәр туплап алырға булдым", - шулай тип яҙған Морат хәҙрәт Лоҡманов. 

Ә һеҙгә оҙайлы ялдар нисек? Кәрәкме, әллә ҡамасау ғынамы?..

Фото: https://vk.com/id162745209

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас