Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар , 17:30

Мәрхүм өләсәйем үлемдән ҡотҡарҙы

Белеме лә юҡ ине уның, һаңғырау ҙа ине. Уға нисә йәш икәнен дә теүәл генә белмәнек, сөнки документтары дөрөҫ тултырылмағайны. Әммә был беҙҙе бәләнән йолоп ҡалырға ҡамасауламаны.

Мәрхүм өләсәйем үлемдән ҡотҡарҙы
Мәрхүм өләсәйем үлемдән ҡотҡарҙы

30 йылдар элек ҡарт өләсәйем вафат булды. Белеме лә юҡ ине уның, һаңғырау ҙа ине. Яҙмышы ауыр. Уға нисә йәш икәнен дә теүәл генә белмәнек, сөнки документтары дөрөҫ тултырылмағайны.

Гел доғала булды. Мин уҡый башлағас, бөтә белгән доғаларын дәфтәргә яҙҙырғайны. Аллаһ Тәғәлә уға, үҙе теләгәнсә, еңел үлем бирҙе. Май айында бөтәбеҙ бергә картуф сәсергә ҡайтҡан ваҡытта үлде. Беҙҙең ҡайтҡанды көтөп ятҡан тиерһең.

Өләсәйҙе ерләнек, өсөн уҡыттыҡ, картуф ултырттыҡ та киттек. Июндә тағы ауылға ҡайттыҡ. Кемегеҙҙең төшөнә инде тип һораным. Бер туған апайым, миңә инде, тик аңлап бөтөрмәнем ул төштө, тине. Зыяратҡа барып ҡайтырға кәрәк әле, тип белдерҙе. Ауылдағы апай ҙа, әсәй төшкә инде, нимәлер һоранымы, әйттеме - аңлап бөтөрмәнем, тине. Ул да зыяратҡа барып ҡайтырға кәрәк, тине.
Шунда уҡ йыйындыҡ та киттек. Өйҙә йыраҡ ҡына туған апай ҡалды. Беҙ йөрөп ҡайтҡансы өҫтәл әҙерләй торам тип. Барҙыҡ зыяратҡа, доғалар уҡыныҡ, башҡа туғандарҙың да ҡәберлектәрен таҙарттыҡ.

Өйҙә ҡайттыҡ та иҫебеҙ китте. Беҙҙең йәй көнө йыйылышып сәй эсеп, ашап ултыра торған йәйге кухнябыҙға "ЗиЛ" машинаһы килеп ингән... Шоферы иҫерек булған. Ярай әле теге өйҙә ҡалған апай зыян күрмәгән.
Әгәр ҙә зыяратҡа китмәгән булһаҡ, уныбыҙҙан берәйебеҙ иҫән ҡалыр инеме икән?.. Беҙ бит юлдан ҡайтҡас, башта шул кухняла ултырып сәй эсә инек.

Бына шулай ҡарт өләсәйебеҙ барыбыҙҙы ла ҙур бәләнән һаҡлап алып ҡалды.

 

Фото: социаль селтәрҙән (фотоның был тарихҡа ҡағылышы юҡ).

Сығанаҡ: https://vk.com/public
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ! 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас