Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар , 13:00

Бәлеш байрамында һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо

Ә көртмәле бәлеше ашағанығыҙ бармы һеҙҙең?..

Бәлеш байрамында һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо
Бәлеш байрамында һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо

Белорет районының Аҙнағол ауылы халҡы берҙәм булыуы менән дан тота. Алдарында ниндәй генә эш-бурыс тормаһын, дәррәү генә башҡарып та ҡуялар. Әле "Бәлеш байрамы" үткәргәндәр.

"Бөгөнгө өҫтәлебеҙ ысын кулинар галереяға әйләнде - ул йомарт һый-ниғмәттәрҙән һығылып торҙо. Йомшаҡ кәбеҫтә, һутлы балыҡ, хуш еҫле ҡарағат һәм татлы алманан бешерелгән тәмле бәлештәр... Ҙур бәлеш һәм ваҡ бәлеш, ләүәш, пахлава...

Һәр ҡатнашыусы оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты: ҡамырҙың идеаль консистенцияһы, иң һутлы эслек әҙерләү серҙәрен һөйләне - был шул тиклем мауыҡтырғыс булды.

Фәниә Ғәлина көртмәле бәлешен бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, хәҙер һәр кем уны үҙе әҙерләргә теләй. Ә бит көртмәле - беҙҙең ауылдың байлығы.

Әммә беҙҙең осрашыу гастрономия байрамы ғына түгел, беҙҙе музыкаль мөғжизә лә көтә ине. Артистарыбыҙ күңелдәрҙе шатлыҡ һәм һоҡланыу менән тултырған матур концерт ойошторҙо. Барыһы ла онотолмаҫлыҡ дуҫлыҡ бейеүе һәм һоҡланғыс торттар менән тәмле сәй эсеү менән тамамланды.

Был сағыу, тәмле байрамды ойошторған һәр кемгә ҙур рәхмәт. Бындай бәхетле осрашыуҙар йолаға әүерелһен һәм беҙҙе ҡабат-ҡабат бергә йыйһын!" - тип яҙған улар.

Фото: https://vk.com/club229536370?from=groups

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Бәлеш байрамында һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо
Бәлеш байрамында һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо
Бәлеш байрамында һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо
Бәлеш байрамында һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо
Бәлеш байрамында һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас