Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар , 14:30

Быйыл тағы ҡасан ял итәбеҙ?

Әле генә оҙайлы ялдан һуң эшкә сыҡтыҡ. Ә шулай ҙа ял тураһында уйламай буламы һуң?!

Быйыл тағы ҡасан ял итәбеҙ?
Быйыл тағы ҡасан ял итәбеҙ?

Эйе, байрамдар алда әле, уларҙың да “һә” тигәнсә килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ. Шулай итеп, Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көндәре, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, Еңеү көнө, Рәсәй көнө уңайынан өс көн – 21-23 февралдә (шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе), 7-9 мартта (шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе), 1-3 майҙа (йома, шәмбе, йәкшәмбе), 9-11 майҙа (шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе), 12-14 июндә (йома, шәмбе, йәкшәмбе) ял итәсәкбеҙ.

Шулай уҡ Башҡортостан халҡын 20 марта һәм 27 майҙа ла ял көтә - был көндәрҙә мосолман донъяһы Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын билдәләй. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас