Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар , 09:30

Ире менән талашҡан да... мәрткә киткән

34 йәшлек ҡатын ире менән ныҡ итеп ирешә һәм йоҡо бүлмәһенә инеп китә. Ир, артабан талашмаҫ өсөн, уның янына бармай...

Ире менән талашҡан да... мәрткә киткән
Ире менән талашҡан да... мәрткә киткән

Советтар Союзының Днепропетровск өлкәһендәге Могилев ауылында йәшәгән 34 йәшлек Надежда Лебедина кейәүҙә була һәм биш йәшлек ҡыҙы Валентинаны тәрбиәләй. 1954 йылда Надежда ире менән ныҡ ҡына ирешә. Мөнәсәбәттәрҙе асыҡлағандан һуң, арыған ҡатын йоҡо бүлмәһенә бер аҙ ял итергә инә. Иренең талашҡыһы килмәй, шуға ҡатыны янына бармай. Иртәнсәк тә тормағас, ул уны уятырға маташа, әммә булдыра алмай. Надежда тауышҡа ла, уны һелкетеүҙәргә лә яуап бирмәй. Ир, йөрәк өйәнәге булғандыр тип ҡурҡып, ашығыс ярҙам саҡырта.

Дауаханала табиптар яурынын ғына һикертә: пациент тере, организмдың бөтә күрһәткестәре лә яҡшы, әммә ниңәлер уянмай. Оҙайлы һөҙөмтәһеҙ тикшереүҙәрҙән һуң Надежданы психиатрия дауаханаһына ебәрәләр. Урындағы табиптар уның карточкаһына "шизофрения" диагнозы ҡуя.

Надежда палатала санитарҙар һәм табиптар күҙәтеүе аҫтында дүрт йыл йоҡлай, шунан һуң әсәһе уны үҙенә алып ҡайта. Ҡатын ҡыҙын тейешенсә тәрбиәләй. Ошо ваҡыт эсендә Надежда кешеләрҙең һөйләшеүен ишетә һәм нимәләр булғанын аңлай, әммә ул хәрәкәтләнә һәм ярҙам һорай алмай.

1974 йылда әсәһенең вафат булыу хәбәрен ишеткәнгә тиклем ул күп йылдар ошолай ярым үле хәлдә ята. Был ҡайғы Надеждаға ныҡ тәьҫир итә, һәм ул уяна. Был мәлдә уның үҙ ҡыҙы инде үҫеп еткән була. Әсәһен күрергә килгән Валентина уның түшәктә илап ултырғанын күрә.

Уянғас, Надежданы оҙайлы реабилитация көтә: ул яңынан йөрөргә, хәрәкәтләнергә һәм һөйләшергә өйрәнә. Бер нисә айға уны психиатрия дауаханаһы стационарына урынлаштыралар. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары сәйер пациенттың күҙ алдында ҡартайыуын күреп ғәжәпләнә. Бер нисә аҙна эсендә уның йәш йөҙөн йыйырсыҡтар баҫа, сәсе ағара. Һөҙөмтәлә ул үҙенең әлеге йәшенә ярашлы ҡатынға әйләнә.

Надежда аяҡҡа баҫҡас, уны дауахананан сығаралар һәм элек ҡуйылған диагнозды алып ташлайҙар. Уның урынына улар карточкаға нервы истерияһына бәйле "патологик йоҡо" тип яҙып ҡуя. Табиптар Надежда тиҙ ҡартайып, ғүмере оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ тип иҫәпләй. Әммә белгестәр яңылыша: уянғандан һуң Лебедина тағы ла 20 йыл - 74 йәшкәсә йәшәй.

Фото: нейроселтәр ярҙамында яһалды.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас