Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе ветерандарҙы һәм республика прокуратураһы коллективын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
"Прокуратура һәр ваҡыт законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибенең ышаныслы нигеҙе булды һәм булып ҡала. Һеҙҙең профессионаллегегеҙ, принципиаллегегеҙ һәм эшкә тоғролоғоғоҙ – йәмғиәт өсөн ысын ҡалҡан, көслө суверен дәүләттең нигеҙе.
Ғорурланып билдәләйем, республикабыҙ прокуратураһы хаҡлы рәүештә Рәсәй Федерацияһында иң һөҙөмтәле эшләгәндәр иҫәбенә инә.
Енәйәтселек, коррупция, экстремизм, кеше хоҡуҡтарын боҙоу менән көрәш етди һөҙөмтәләр бирә. Былтыр ғына прокуратура органдары граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм закондарын боҙоуҙың 91 меңдән ашыу осрағын асыҡлаған. Һеҙҙең яуаплы хеҙмәтегеҙ арҡаһында хоҡуҡ боҙоуҙар һаны йыл һайын һиҙелерлек кәмей.
Прокурорҙың ваҡытында иғтибар итеүе арҡаһында етем балаларҙың, инвалидтарҙың, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең хоҡуҡтары тергеҙелә. Меңдән ашыу кеше күптән көтөлгән торлағын алды.
Республика власы органдары менән берлектә һуңғы өс йылда эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡырҡа кәметеүгә өлгәштек – 880 миллиондан 134 миллион һумға тиклем. Был статистика ғына түгел, ә кешеләрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең яҙмышы һәм именлеге.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт. Прокуратура ярҙамында 320 хәрби хеҙмәткәрҙең хоҡуҡтары тергеҙелә.
Шулай уҡ оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларында законлылыҡтың үтәлешен контролдә тотоуҙы тәьмин итәһегеҙ, бөтә ил өсөн дөйөм булған эшкә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ.
Эшегеҙҙең төп һөҙөмтәһен республикалағы тотороҡло социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси хәлдә күрәм. Ә иң мөһиме – граждандарҙың республикала закон һәм ғәҙеллек уларҙы ышаныслы яҡлай тигән ышанысында.
Һеҙҙе Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, энергия, сыҙамлылыҡ һәм, әлбиттә, һеҙҙең изге һәм яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем.
Лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!"- тине Башҡортостан Башлығы.
***
Радий Хәбиров шулай уҡ прокуратура ветерандарына һәм пенсионерҙарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдарына Альбина Борисовна Таджибаева һәм Гөлсинә Хәйрулла ҡыҙы Шиһапова лайыҡ булды, ә Ғәлиә Ҡәләм ҡыҙы Савельеваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеме бирелде.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-pozdravil-rabotnikov-prokuratury-s-professionalnym-prazdnikom_2026-85996/