Мин - һулаҡай. 100 процент һулаҡай. Бәләкәй саҡта әсәйем дә бөтә нәмәне уң ҡул менән тоторға өйрәтеп маташты, мәктәпкә барғас, уҡытыусым да ипләп кенә ҡулыма һуғып, ручкамды уңына тоттороп китә ине. Әммә уң ҡул менән эшләргә лә, яҙырға ла өйрәнә алманым.
Дөрөҫөн әйткәндә, ике ҡул менән дә эшләгән-яҙған, уң ҡулы менән яҙып, башҡа бөтә эште һулы менән эшләгәндәр тағы ла күберәк. Күрәһең, совет заманында уларҙы ла мәктәптә көсләп шулай өйрәткәндәр.
Ундай хәл минең менән дә булды шул. Артабан өлкән тормошта нисектер уң ҡулымды ла әҙерәк эшкә егергә өйрәндем. Хәҙер һауыт-һабаны йышыраҡ уң менән йыуам. Тик яҙыу-һыҙыуҙы барыбер һул ҡул менән башҡарам.
Ә бына Башҡортостандың халыҡ артисы, мәрхүм Заһир Вәлитов бер мәл: "Әсәйем эргәмдә балта тотоп, һул ҡулың менән яҙып ҡына ҡара, ҡырҡам да ырғытам, тип уң ҡул менән яҙырға өйрәтте", - тип һөйләгән. Ышанам, ул саҡта шулай булғандыр.
Бөгөн иһә һулаҡайҙы берәү ҙә тәнҡитләмәй, әрләмәй, кирегә өйрәтеп маташмай. Шуға күрә балалар, йәштәр араһында һулаҡайҙар байтаҡ. Һеҙ ҙә һулаҡай түгелме? Йәиһә балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ?
Р. Юлтаев фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!