Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Рәйес Имам улы Имамовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Райкомдың беренсе секретары” тигән китаптың “исем туйы” булды.
Китап-хәтирә Баймаҡ ерендә тәрән эҙ ҡалдырып, исемен район тарихына мәңгегә индергән, партия эшмәкәренә, етәксегә, ысын коммунист булған абруйлы шәхескә арнала. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт етештереүе өлкәһендәге күп һанлы дуҫ-иштәре, ябай игенселәр һәм төрлө кимәлдәге белгестәр уның тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлай.
“Райкомдың беренсе секретары” китабы – авторҙар Ирек Бикмәтов, Буранбай Күсәбаев һәм Гүзәл Ниғәмәтованың хеҙмәт емеше. Улар Рәйес Имам улының һөнәри һәм кешелек сифаттарын уҡыусыға бар нескәлегендә еткерә алған, архив документтарын, фотоларҙы, уны шәхсән белгән һәм тырыш эшмәкәрлегенең шаһиты булғандарҙың хәтирәләрен бер баҫмаға туплаған.
Проект авторы Буранбай Күсәбаев Рәйес Имамовтың етәкселек иткән осоро, документаль сығанаҡтарға һәм архив материалдарына нигеҙләнгән ҡыҙыҡлы факттар тураһында һөйләне. Муниципаль хеҙмәт ветерандары ла хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Китаптың “исем туйы”на арналған сарала Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комиссияһы рәйесе Александр Волков ҡатнашты. Былтыр ул ошо китапты нәшерләүҙең бағыусыһы булғайны. Йәмәғәт палатаһы Баймаҡ районында ойошторған аралашыу майҙансығында инициативалы төркөм республика йәмәғәтселәренә китапты баҫтырып сығарыуға аҡса етмәүгә зарланғайны. Идея иғтибарһыҙ ҡалманы. Палата ағзаһы китапты версткалау йәһәтенән дә ярҙам күрһәтте.
“Ошо китапты нәшерләү – урындарҙа граждандарҙы йәмәғәт башланғысында ҡабул итеүҙең ниндәй әһәмиәткә эйә булыуына сағыу миҫал. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Баймаҡ районында халыҡты ҡабул итеү сараһы үткәргәндә Гүзәл Ихсан ҡыҙы Ниғәмәтова район легендаһы тураһында китап сығарыуҙа ярҙам һорағайны. Беҙ эшкә ҡушылдыҡ, булышлыҡ иттек. Совет осоронда Баймаҡ районы ауыл хужалығындағы уңыштары менән гөрләй ине. Беҙ был башланғысты хуплап сыҡтыҡ, тексты мөхәррирләнек, версткаланыҡ, баҫтырҙыҡ һәм инициативалы төркөмгә тапшырҙыҡ”, - тине Александр Волков.
Рәйес Имамов хеҙмәт юлын 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районындағы “Берлек” колхозында баҫыусылыҡ бригадаһы бригады булып башлай. 1950 йылдан Дүртөйлө районындағы комсомол һәм партия ойошмалары райкомында төрлө вазифаларҙы биләй. 1969 йылдың октябренән – КПСС-тың Баймаҡ райкомының беренсе секретары. Ошо вазифала 13 йыл самаһы эшләй. Тап уның оҫта етәкселегендә районда күп ҡатлы йорттар, мәҙәни объекттар, 32-нән ашыу мәктәп, медицина учреждениелары, шулай уҡ әлеге З.Ш.Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы бинаһы һалына. Уның тырышлығы менән Баймаҡ ҡала төҫөн ала. Имамов етәкселек иткән дәүерҙә райондың иң төпкөл ауылдарында ла мәктәптәр, магазиндар, медицина пункттары асыла, юл һалына, автобустар даими йөрөй башлай, хужалыҡ структуралары үҫә, иҡтисад нығый һәм районда тормош яҡшыра.