Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 19:30

Әсәйемде яратам да, күрә лә алмайым...

Тормошомдоң уңмауына ул ғына ғәйепле.

Әсәйемде яратам да, күрә лә алмайым...
Әсәйемде яратам да, күрә лә алмайым...

Ирҙәр, ғәҙәттә, бар әрнеү-кисерешен күңелдәренә йыя, бик асылып бармай. Ә инде асылып китәләр икән – тимәк, һағыштары ысынлап бар булмыштарын биләп алып, ситкә түгелерлек сиккә еткән. Филүс ағай ҙа шулай асылып китергә булғандыр инде – оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырырға тура килде.

‎- Әсәйем мине яңғыҙы ғына тәрбиәләп үҫтерҙе. Атайым кем булғандыр – белмәйем дә. Шуға ла бала саҡта һәр ваҡыт тулы ғаилә, күп балалар тураһында хыяллана инем. Әммә ниәттәрем тормошҡа ашманы... Ошолай буйҙаҡ ир булып ҡартайырға яҙған инде миңә. Йөрөгән ҡыҙҙарым булманы түгел, булды. Йәш саҡта яратып йөрөгән ҡыҙҙы әсәйем, ата-әсәһе ғүмер буйы эсте, тип алдырманы. Хәҙер ана Сәлимәм гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә, Уның ире урынында мин булырға тейеш инем дә бит. Һуңынан да таныш-тоноштар ҡатындар менән таныштырып ҡаранылар. Матур ғына аралаша башлайбыҙ ҙа, өйгә алып ҡайтһам – әсәйем яҡты йөҙ күрһәтмәй, матур итеп һөйләшеү түгел, күтәрелеп тә ҡарамай торған ине. Шунда мәнәсәбәт булғанда кем миңә кейәүгә сығырға теләһен инде? Хәҙер миңә 50 йәш тула инде оҙаҡламай. Ауылдан сығып китергә әсәйемде йәлләнем, уны яңғыҙын ҡалдырғым килмәне. Уға бер ауыр һүҙ ҙә әйткәнем юҡ, әммә яҡын кешемә ҡарата үпкәм бик ныҡ көслө... – тип бүлеште ул эс серҙәре менән. ‎

Эйе, бер ҡараһаң, Филүс ағайҙы йәл, әммә һәр кем үҙ бәхетенә үҙе юл ярырға тейеш түгелме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото "Алиса ал" нейросетенән.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас