Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 11:15

Ҡатнаш! Еңеп сыҡ! Үҙеңде үҫтер!

Был социаль проекттарҙы үҫтереү йәһәтенән ҙур финанс мөмкинлеге

Ҡатнаш! Еңеп сыҡ! Үҙеңде үҫтер!
Ҡатнаш! Еңеп сыҡ! Үҙеңде үҫтер!

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын Президент гранттары фондының икенсе конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Был социаль проекттарҙы үҫтереү йәһәтенән ҙур финанс мөмкинлеге.

Конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттары ҡатнаша ала. Барлығы ун бер йүнәлеш:

-социаль хеҙмәтләндереү;

 -социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау;

- граждандарҙың һаулығын һаҡлау;

 - һаулыҡ һаҡлау системаһын пропагандалау;

- ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү;

- йәштәрҙең проекттарына теләктәшлек күрһәтеү;

- фән, мәғариф, мәғариф өлкәһендәге проекттарға ярҙа;

-тарихи хәтерҙе һаҡлау;

- кеше һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау;

- тирә яҡ мөхитте һәм йәнлектәрҙе һаҡлау;

- милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу;

- йәмәғәт дипломатияһын үҫтереү һәм ватандаштарға ярҙам итеү;

- граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү.

 

Ғаризалар 2026 йылдың 16 мартына тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ 2026 йылдың июнендә яһаласаҡ.

Хупланған проекттар 1 июлдән старт ала.

 

Рәсми сайт: президентскиегранты. рф

Социаль проектлау буйынса онлайн-курс: https://онлайнкурсы.президентскиегранты.рф/

Вебинарҙар серияһы: https://обучение.президентскиегранты.рф/

Автор: Алсу Аглиуллина
Читайте нас