Салауатта йәшәгән 43 йәшлек ҡатын 10 миллион һум аҡсаһын һәм кредитҡа алынған 8 миллион һумын юғалтҡан.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ноябрҙә әлеге ҡатын менән Анастасия исемле ҡыҙ бәйләнешкә сыға. Ышаныслы мөнәсәбәттәр урынлаштырылғандан һуң яңы танышы инвестициялар, юғары эш хаҡы тураһында һөйләй һәм “еңел” аҡса эшләүҙә ярҙам тәҡдим итә.
Тиҙҙән зыян күреүсене “компания” етәксеһе менән таныштыралар, ә һуңынан “трейдер"ға тапшыралар. Уларҙың етәкселегендә ҡатын телефонына махсус ҡушымта ҡуйып ала, “уҡытыу” үтә һәм аҡса индерә башлай. Башта сумма ҙур булмай – 1500 һәм 50 мең һум. Ҡушымтала әлеге сумма күрһәтелеп барғанына инанғас, ул мутлашыусыларға тамам ышана. "Трейдер" иһә зыян күреүсене юғары килем алыу өсөн ҙур инвестициялар кәрәклегенә ышандыра. Кәңәшкә ҡолаҡ һалып, ҡатын бер нисә кредит юллай, тупланған иҫәбенән бөтә аҡсаһын алып, «инвестиция янсығына» күсерә...
Алдау асыҡлана. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.