Үҫмерҙәрҙең агрессив ҡыланыштары, күмәкләшеп бер йәштәшенә ташланып, уны төрлөсә итеп йәберләүҙәре, кәмһетеүҙәре йә иһә синыфта бер баланы туҡтауһыҙ эҙәрлекләүҙәре, ҡурҡытып тотоуҙары һуңғы ваҡытта ил буйынса таралған йәмһеҙ күренешкә әйләнде.
"Буллинг" тигән исеме лә бар уның. Беҙҙең заманда ла үҫмерҙәр араһында ҡайһылыр яғы менән бер аҙ айырылып торған малайҙан йәки ҡыҙҙан көлөү, уны барыһы алдында төрлөсә мыҫҡыл итеү , йәшермәйем, булғылай ине. Тик ул ваҡытта әллә был хәлде ваҡытында туҡтатыусылары табылған, әллә йәберләүселәрен бик тиҙ үҙ урындарына ултыртыусылары булған, бәлки, "ҡорбанға" яҡшы кәңәштәрен биреүсе “күҙәтеүселәр” ҙә булмай тормағандыр, һәр хәлдә, йылдар үтеү менән был “шаярыу ҡатыш көлөү” буллинг “сифатында” йәмғиәттең аңына, теленә, ғөмүмән, системаға ҡыҙыл бер “әләм” булып килеп инер тип кем уйлаған. Шуныһы аяныслы: күпме күҙ йәштәре, күпме бала яҙмыштары, күпме фажиғәләр аша тынырға мәжбүрбеҙ беҙ быны.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Анна Кузнецова белдереүенсә, илдә балаларҙың 55 проценты йәштәштәре тарафынан төрлө йәберләүҙәргә, эҙәрлекләүҙәргә дусар. Уларҙың 39 проценты был хаҡта һөйләргә ҡурҡа. Эстән генә һыҙып йәшәй. “Проблеманың төп бәләһе - ололарҙың баланың ниндәй ҙә булһа проблеманан интегеүен күрергә ваҡыты, бәлки, профессионаллеге һәм теләге етмәүҙә”, - ти Анна Юрьевна.
Ваҡыты һәм теләге етмәүҙә... Ә бит дөрөҫө шул. Бөгөн беҙ донъя артынан ҡыуып, эш, йорт мәшәҡәттәре менән сабып, йыш ҡына хатта балабыҙҙың хәлен белешергә лә онотабыҙ. Кәйефе булмаһа, “үҫмерлек осорона” һылтанабыҙ, әммә эс-бауырына кереп, уны аңларға көс ваҡыт тапмайбыҙ. Һөйләшкеһе килмәһә, була торған хәл тип ҡул һелтәйбеҙ, ләкин “Туҡта, балама нимә булған әле” тип, борсолоуҙы урынһыҙ һанайбыҙ. Бөгөн ата-әсәләр шул тиклем мәктәпкә, уҡытыусыларға һалышҡан. Хатта әлеге буллинг мәсьәләһендә лә...
Ә бит уйлап ҡараһаң, мәктәптәрҙә буллинг проблемаһы ла ғаиләнән, тыуған йорттан башлана түгелме ни? Ояһында ни күрһә - осҡанында шул булыр, ти беҙҙең халыҡ. Әгәр бала терәк-таянысты ситтән эҙләргә мәжбүр икән, яҡындарына ҡарағанда “виртуаль донъяны” өҫтөнөрәк күрә икән, күңел кисерештәре менән хатта иң яҡын кешеләре - ата-әсәһе менән дә уртаҡлаша алмай икән, ғәйепте класс етәксеһенән йәки уҡытыусынан ғына эҙләү дөрөҫмө был осраҡта? Етмәһә, балалар ғына түгел, уҡытыусылар үҙҙәре лә буллинг объектына әйләнгән мәктәптәр бар бит әле.
Әлбиттә, уҡыусы баланың мәктәп тормошондағы донъяһынан уҡытыусыларҙың ролен дә һис инҡар итергә ярамай. Буллинг өс яҡлы булған кеүек (агрессор, ҡорбан һәм күҙәтеүсе) уға ҡаршы көрәштең дә өс таяулы булыуы мөһим: Бала - Уҡытыусы - Атай-әсәй.
Өс таған таймай тигәндәй, был осраҡта һис шикһеҙ бер-береңде аңлап, ихтирам итеп, тулы ышаныс менән эш итеү шарт. Бигерәк тә был уҡытыусы менән атай-әсәйҙәргә ҡағыла. Юҡһа, бөгөн, йәшерен-батырын түгел, һәр бәләне уҡытыусынан эҙләгән атай-әсәйҙәр күбәйҙе. Һөҙөмтә булараҡ, уҡытыусыға булған кире мөнәсәбәт баланың ҡылыҡ-фиғелендә лә сағыла. Ғөмүмән, бөтә нәмә тәрбиәнән килә. Беҙ бит ҡатылыҡ, көс ҡулланыу культ дәрәжәһенә еткерелгән йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Нәфис фильмдар, компьютер уйындары, детектив әҫәрҙәр шул культты пропагандалай. Буллинг балалар араһындағы ғәҙәти үртәүҙән оло енәйәткә тиклем үҫә лә инде шуға күрә.
Уҡытыусыларға ла еңел түгел бөгөн. Психологик әҙерлек етмәү, мәктәп статистикаһын боҙоуҙан ҡурҡыу, етәкселектең баҫымы, ҡайһы берҙә профессиональ янғанлыҡ буллингты иртә стадияла танырға ҡамасаулай. Класс менән системалы эшләү урынына педагогтар йыш ҡына “ҡағыҙ тултырыу” мәшәҡәттәренә сума. Был да эҙһеҙ үтмәй.
Проблеманы таныу - хәл итеүҙең яртыһы, тиҙәр. “Беҙҙә бындай хәл булғаны юҡ” риторикаһынан конкрет аҙымдарға күсергә ваҡыт. Ни генә тиһәк тә, уҡытыусы мәктәп стеналары артында баланың беренсе яҡлаусыһы булып ҡала. Был иһә буллингҡа ҡаршы аныҡ программалар индереүҙе талап итә. Аноним һорау-яуаптар, буллингҡа ҡаршы “ҡара ҡумталар” һәр белем усағында булырға тейеш. Педагогтарға конфликттарҙы хәл итеү буйынса даими тренингтар үтеү ҙә ҡамасау булмаҫ.
Бөгөн мәктәптәрҙә буллингҡа ҡаршы көрәштә төп фигура - мәктәп психологы. Әммә ул штат расписаниеһында формаль «галочка» булараҡ түгел, ә белгес булараҡ эшләһен ине. Һәм, иң мөһиме, бөгөн буллингға ҡаршы көрәштә Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефоны эшләй.8-800-2000-122 телефон һандары һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Ата-әсәләргә лә балаларына ҡарата яуаплылыҡты арттырыу шарт. Улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың кәйефендә, холҡонда ниндәйҙер үҙгәрештәр һиҙәһегеҙ икән, кисекмәҫтән, “саң ҡағығыҙ”. Балағыҙ мәктәпкә барырға теләмәһә, йыртылған кейем менән ҡайтһа, үҙ-үҙенә бикләнһә, әйберҙәрен юғалтһа - былар барыһы ла хәүеф сигналдары. Иң мөһиме, уҡытыусылар менән бергә эш итегеҙ. “Өс таяу” принцибын онотмағыҙ.
Буллинг үҙе юҡҡа сыҡмаясаҡ. Ул кисә булды, бөгөн бар, әммә иртәгә булмауы ла мөмкин. Әгәр уға ҡаршы көрәштә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла - атай-әсәйҙәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, етәкселек тә - яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алһа. Мәктәп иғлан ителмәгән һуғыш яланы түгел, ә хәүефһеҙлек биләмәһе булырға тейеш. Һәр бала дәрескә мыҫҡыллауҙан, йәберләүҙән йәки физик язалауҙан ҡурҡып түгел, ә дуҫтары, класташтары, яратҡан уҡытыусылары янына ашҡынып килергә хоҡуҡлы. Был хоҡуҡты тәьмин итеү - беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ.