Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәле йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтселек проекттарының ойоштороусыһы Наталья Панчишинаның вафат булыуы сәбәпле, уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
“Ғәжәйеп яҙмышлы, көс-ҡеүәте ташып торған кеше арабыҙҙан китте. Наталья Витальевна ябай йәмәғәт эшмәкәре генә түгел, ысын рухташ, байтаҡ әһәмиәтле мәҙәни-ағартыу проекттары инициаторы булды. Республикабыҙҙа уның рус телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның башланғысы менән һәм туранан-тура ҡатнашлығында Өфөлә беренсе тапҡыр “Тоталь диктант” ойошторолдо. Артабан был сара республика тормошонда даими урын алды.
Дәүләт Йыйылышы ошондай ағартыу акцияларын үткәреү өсөн төп республика майҙансығына әүерелде. Беҙ дөйөм Рәсәй рухи киңлеген һаҡлап ҡалыуға һәм нығытыуға йүнәлтелгән башланғыстарға һәр саҡ ярҙам иттек һәм итәбеҙ. Наталья Витальевна башлаған мәғрифәтселек йолалары, уртаҡ мәҙәниәтебеҙ һәм Рәсәйҙең киләсәге ҡәҙерле булғандарҙың барыһын да берләштереп, йәшәүен дауам итер һәм нығыр, тип ышанам”, - тине ул.
Фото: "Башинформ".