Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль , 16:10

Айыу менән көрәшкән егет хәлде һөйләне

Әйләнеп ҡарағанда, йыртҡыс миңә тиклем биш-ете метрҙай араға килеп еткән ине...

Айыу менән көрәшкән егет хәлде һөйләне
Айыу менән көрәшкән егет хәлде һөйләне

Яңыраҡ Белорет районындағы Кесе Ямантау тауында шыуған сноубордсыларҙың айыуға осрағанын, уның бер егеткә һөжүм иткәнен, кеҫәһендә ятҡан смартфоны арҡаһында иҫән ҡалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Әле ул егет бәйләнешкә сығып, хәлде асыҡлап һөйләне. Дмитрий Лапицкий мөғжизә менән генә иҫән ҡалған.

- Әйләнеп ҡарағас, минән биш-ете метрҙай ғына арала айыуҙы күрҙем. Йыртҡыс ҙур ине. Ул мине ҡарға арҡама йығып һалды. Аяғым сноубордҡа беркетелгән ине. Һул яғымда ерҙә ағас ята. Бәлки, шулай һаҡланып булыр тип, мин шуның аҫтынараҡ шыуыштым һәм бөгәрләнеп яттым. Айыу һул яҡлап миңә һөжүм итә башланы. Ҡулымдың терһәктәрен, аяҡтарымды тартып, эсемде ҡаплағайным. Ул әйләнде лә башыма һуҡмаҡсы булды. Мин ҡулымды алға табан һуҙып өлгөрҙөм. Һәм ул айыуҙың танауына тейҙе. Йыртҡыс туҡтап ҡалды. Ләкин шунда уҡ ҡулымдан тотоп алды ла ныҡ итеп һелккеләй башланы. Мин ҡабырғама әйләнеп яттым. Ул уң яғыма сыҡты. Һулдан бер ни тиклем ағас ҡаплаһа, уңдан мине тик сноуборд ҡына ҡаплай ине. Айыу ботомдоң ике урынынан тешләп алды. Һәм ҡапыл кире әйләнеп, ағас аша һикереп, юл яғына сапты. Баҡһаң, салбарымдың шул яҡ кеҫәһендә телефоным ятҡан. Уны тешләп ярғас, ярсыҡтары уның ауыҙына ингәндер ҙә шул да айыуҙы һиҫкәндергәндер. Бынан тыш, мин дә, иптәштәрем дә ныҡ итеп ҡысҡырҙыҡ, - ти егет.

Табиптар Дмитрийға ярҙам күрһәткәс, ул дауаханаға ятыуҙан баш тарта. Яралары тиҙҙән төҙәлер, иң мөһиме, иҫән ҡалған.

Фото: видеонан скриншот. 

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас