Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль , 14:55

Лилиананың туйын телевизорҙан күрһәттеләр

Беҙҙең йәштәр еңеп сыҡты. Ә тантананы үткәреү бюджеты 700 мең һум тәшкил иткән. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Лилиананың туйын телевизорҙан күрһәттеләр
Лилиананың туйын телевизорҙан күрһәттеләр

Кисә Өфөнән Лилиана менән Александр “Пятница!” федераль каналында барған “Дүрт туй” реалити-шоуында ҡатнашты. Улар колледжда уҡыған сағында танышҡан. Әле Лилиана – фондта, Александр водитель булып эшләй.

Яҡташтарыбыҙҙың туйы Өфөлә классик стилдә үткәрелде. Йәштәрҙең ғүмер байрамдарының үҙенсәлеге туй торты булды. Ә тантананы үткәреү бюджеты 700 мең һум тәшкил итте. Лилиана менән бергә Силәбе, Мәскәү һәм Калининград ҡалаларынан кәләштәр еңеү өсөн “алышты” – туй күлмәге, меню, байрам сараһын биҙәү кеүек шарттар ҡаралды.

Өфөнән Лилиана менән Александар, иң күп мәрәй туплап, еңеүсе тип танылды. Уларҙы был еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм ҡорған ғаиләләренең ҡәлғә кеүек ныҡ булыуын теләйбеҙ!

Фото: социаль селтәрҙән.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

Лилиананың туйын телевизорҙан күрһәттеләр
Лилиананың туйын телевизорҙан күрһәттеләр
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас