Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль , 00:05

Төнгә ҡарай ҡайғылы хәбәр килде

Таңһылыу апайҙың биш көндән тыуған көнө булыр ине...

Төнгә ҡарай ҡайғылы хәбәр килде
Төнгә ҡарай ҡайғылы хәбәр килде

Билдәле шағирә, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Таңһылыу Ҡарамышева вафат булған. 3 мартта уға 78 йәш тулыр ине.

Таңһылыу Фаяз ҡыҙы 1948 йылдың 3 мартында Бөрйән районының Байназар ауылында тыуа. "Башҡортостан ҡыҙы", "Ағиҙел", "Шоңҡар" журналдарында, "Китап" нәшриәтендә эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәне йәннәттә булһын!

Фото: Т. Ҡарамышеваның шәхси архивынан.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас