Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 22:10

Эшлекле ҡатын: "Мин нисек эсеүемде ташланым"

16 йәшенән 30-ғаса эскән ҡатындың үҙе һөйләгән тарихы был. "2010 йылдың 22 мартында мин эсеүҙе бөтөнләй ташланым. Был - минең икенсе тыуған көнөм", - ти ул. 

Эшлекле ҡатын: "Мин нисек эсеүемде ташланым"
Эшлекле ҡатын: "Мин нисек эсеүемде ташланым"

Мин үҙ-үҙемә ышанмаған йәш үҫмер булдым — бер ҡосаҡ комплекстарым бар ине: тышҡы ҡиәфәтемде ҡабул итә алманым. Моғайын, шуға күрә лә алкоголь менән бик тиҙ дуҫлашып киткәнмендер.

Барыһы ла 1996 йылда башланды, ул ваҡытта миңә 16 йәш ине. Бер егет менән осраша башланым, ә ул эскеләргә ярата ине. Мин дә уға эйәреп киттем. Алкоголь тәьҫирендә үҙемде бик иркен, "текә" тота башланым. Ул йылдарҙа эскәндән һуң бахмурҙан ауырып йонсоманым.

Был "мауығыуым" дауам итте, үҙем институтта журналисҡа уҡыным. Дуҫ ҡыҙҙар менән тәнәфестә, дәрестәр башланыр алдынан рәхәтләнеп эсә инек йә эсер өсөн дәрестән ҡаса инек. Иртәнгә тиклем күңел асып, ярты сәғәт тә йоҡламайынса параларға китә инек. 

Әсәйем борсолдо, асыуланды, мине туҡтатырға теләне, әммә миңә бер нимә лә ярҙам итмәй ине инде. Мин ысын күңелдән тормош рәүешем яҡшы, ә әсәй менән атай былай ғына бәйләнә тип һананым.

Мине хәмер менән таныштырған теге егет менән мөнәсәбәттәребеҙ ҡот осҡос булды, унан тиҙ генә ҡотола алманым. Тиран булыуы гына етмәгән, наркотиктар ҙа ҡуллана башланы. Ғөмүмән, ҡурҡыныс булды, көскә ысҡындым мин унан. Ул ваҡытта миңә 19 йәш ине.

Яңы мөхәббәтем элекке егетемде оноторға ярҙам итте. Ул да журналист ине, беҙ оҙаҡҡа һуҙмай өйләнештек. Ирем дә элекке егетемдән әллә ни ҡайтыш булманы: эсте. Күпмелер ваҡыттан мин дә уға ҡушылдым. 

Мине саҡ институттан ҡыумай ҡалдылар. Мөғжизә менән генә тороп ҡалдым. Күп кешенең ҡәнәғәтһеҙлеген күрһәм дә, үҙемде бер ҙә ғәйепле тойманым. Киреһенсә. Ирем һәм дуҫтарым менән кибеттәрҙән әйбер урлай башланыҡ. Ресторандарҙа ашап, аҡса түләмәйенсә ҡасып китеү беҙгә бер ни тормай ине. 

20 йәшемдә иҫерек килеш аяғымды һындырҙым. Ул ер төҙәлгәнсе ярты йыл ваҡыт уҙҙы, институтта академик ял алдым. Һуңынан ситтән тороп уҡыуға күстем. Диплом яҡларға барманым - эсеп иҫергән инем... Һынауҙы башҡа көндө сит төркөм менән тапшырырға тура килде.

Бына шул ваҡытта бахмурҙың ни икәнен аңлай башланым. Организмдың көсө бөткән ине, ахыры, еңә алмай башланы. Әммә был ғына мине туҡтатманы, бөтә негатив кисә булған рәхәтлектәр өсөн түләү тип ҡабул иттем. Эштә проблема булманы, мин мәҡәләләр яҙам да ирем уларҙы үҙ исеме менән баҫтыра йәки минең өсөн эшләп бөтөрә ине. Миңә бер ҡайҙа ла барып йөрөйһө юҡ. 

2001 йылда ирем менән айырылыштыҡ. Атай-әсәй янына ҡайттым.

Түбәнгә тәгәрәнем. Алкоголде тағы ла күберәк ҡуллана башланым. Иң ауыр ваҡытым, күпме ҡурҡыныс хәлдәр булды ул мәлдәрҙә. Мәҫәлән, йыш ҡына таксиҙа йоҡлап китә инем дә, әллә ниндәй сит ерҙә айнып китәм - аҡсамды, шәхси әйберҙәремде, биҙәнгестәремде урлап ҡасҡан булалар ине. Эшләгән аҡсамды эсеп бөтөрөү, юғалтыу йәки урлатыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Тай һәм бәләкәй ҡустым минең менән аҙналар буйы һөйләшмәй торғайны. Әсәй эсеп ҡайтҡан һайын: "Ҡайттыңмы? Йөрөп туйҙыңмы?" - тигән ғәҙәти һорауҙарын бирә ине. Әлбиттә, иртән миңә оят була ине, һәр ваҡыт үҙемә һәм яҡындарыма туҡтайым тип һүҙ бирәм. Әммә бахмурҙан ауырып бөткәс, барыһы ла киренән башлана. "Әҙ генә эсәм дә..." тип башлайым да... Үҙемде сикләп маташтым мин: эсер алдынан шыйыҡ май йә йомортҡа эсеп ҡуя инем, төрлө эсемлектәрҙе бутамаҫҡа тырыштым...

2002 йылда йәштәр сериалына сценарист булып урынлаштым. Идеаль эш: өйҙә ултырырға, эсергә һәм яҙырға була. Аҡсаны ла яҡшы түләнеләр. Етәкселек менән айына бер генә осрашам, ул көндө мин үҙемде тәртипкә килтерәм дә бер кем дә бер нимә һиҙмәй ине.

Һуңынан мин киностудияла редактор булдым — яңғыҙым бер кабинетта ултырам. Контроль булмау тағы бәйҙән ысҡындырҙы, өйгә иртә ҡайтып китә алам йә эш урынында ғына ултырып эсәм.

Береһендә дуҫым менән бергә эсеү ғауға менән тамамланды. Төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә беҙҙең аҡса бөттө һәм мин уны киностудияға алып киттем: һаҡсылар мине белә ине, шуға туҡтатып торманылар. Шунан янъял сыҡты: мине студияға индергән һаҡсыларҙы эштән ҡыуҙылар, ә миңә аңлатма яҙырға тура килде. Шул ҡәҙәр оят булды...

Директор урынбаҫары минең ғаризаны алғас: "Һеҙ алкоголикмы?" тип һораны. Мин: "Әлбиттә, юҡ", - тип яуап бирҙем. Мин ысын күңелдән бының шулай булыуына ышана инем. 

Бер мәл кис уяндым да, ғәҙәттәгесә, кибеткә һыра ала киттем. Һәм... инде бер йыл дауамында көн дә эсеүемде аңланым. Тик хатта был уй ҙа мине туҡтата алманы. 2004 йылда мине киностудиянан ҡыуҙылар.

25 йәшемдә "кодироваться" итергә ҡарар ҡылдым. Табип башыма энәләр ҡаҙаны һәм тағы эсә башлаһам, миңә нимә булырын һөйләп алып китте…

2006 йылда тағы кейәүгә сыҡтым. Иремә "кодироваться" иткәнемде шунда уҡ әйттем, әммә ул быға әллә ни иғтибар ҙа итмәне шикелле. Йәш ине ул, өйләнешкәндә миңә - 26, уға 22 ине.

Эсеүҙән туҡтағас, мин ат кеүек эшләй башланым. Хатта сирләп бөттөм. көн һайын алкоголһеҙ һыра эсә инем — иҫке ғәҙәткә алмаш… Әммә бер мәл, 2007 йылдың марты ине, кибеттә спиртһыҙ һыра булманы һәм мин ғәҙәти һыра алдым. "Кодировка"нан һуң 1,5 йыл уҙғас, ҡабат ысҡындым...

Мине беренсе мәртәбә бындай хәлдә күргән иремә шок булды. Туҡтатырға тырышты — бының файҙаһыҙ икәнен белмәй ине әле ул. Баштараҡ ниндәйҙер етди ыҙғыштарҙан ҡотола инем әле: беренсенән, мин ныҡ эшләнем, хата эскән килеш тә эштәремде ваҡытында тапшыра инем, шуға аҡсаны яҡшы алдым. Икенсенән, ирем дә фәрештә түгел —  марихуана менән мауыҡты. Икәүләп кәйеф-сафа ҡора башланыҡ: бер кистә ҙур суммала аҡса бөтөрә, бурысҡа бирә йәки кафела күрше өҫтәлдәге кешеләрҙе һыйлай инек.

Күпмелер ваҡыттан һуң әсәй, бала табырға кәрәк, тип теңкәмде ҡорота башланы. Алйотлоҡ инде: әсәй булырға теләгем юҡ, кәрәк, тип кенә был аҙымға барҙым. Шул йылдың авгусында, рәхәтләнеп эскесе тормошо алып барғанда, үҙемдең йөклө икәнемде белдем. Әллә нндәй шатлыҡ хистәре кисермәнем, араҡылы тормошом оҡшай ине, унан баш тартҡым килмәне. 

Әлбиттә, аҡылым менән эсеүҙе ташларға кәрәк икәнен аңлай инем, әммә гел сәбәп табып торҙом: гинекологтың йөклө булыуымды раҫлауын көттөм, бәлки, бала төшөр, тип уйланым. Аҡланыу табылды: тәмәке тартып та һау-сәләмәт бала тапҡан таныштарым бар ине. Ҡаты эсемлектәрҙән баш тарттым, әммә шарап һәм һыра эсеүҙән туҡтаманым.


Беренсе триместрҙан һуң табиптар миңә дауаханаға ятырға ҡушты, әммә мин баш тарттым. Сөнки унда эсә лә, тарта ла алмаҫ инем. Етенсе ай киткәс, бала табыуҙы планлаштыра башланым, клиникаларға йөрөнөм. Береһендә миңә "сохранение"ға ятырға ҡуштылар, тик баш тарттым. Шул көндө кис ҡан китте. Табиптар мине көс-хәл менән ҡотҡарҙы, баланы ярып алдылар һәм шунда уҡ ИВЛ аппаратына тоташтырҙылар. Ул өс көндән үлде — үпкәләре асылманы...

Был танһыҡ, көтөлгән бала түгел ине, ләкин уның үлеме мин бик ауыр кисерҙем. Үҙемде ғәйепле итеп хис иттем. Әлбиттә, ҡайғымды араҡы менән баҫтым.

Иремдең һуҡыр эсәгенә операция яһанылар. Ә мин башҡаса эсмәйем тип һүҙ бирҙем һәм... дауаханаға лаяҡыл иҫерек барып индем.

Беҙ гел талаша башланыҡ. Минең тәртип сиктән уҙҙы. Үҙемде аҡылдан яҙған кеше кеүек тота инем. Һәм 2008 йылдың авгусында ирем һайлау ҡуйҙы: ул йәки араҡы. Мин, әлбиттә, эсеүҙе ташланым, әммә күңелдә был ваҡытлыса ғына тигән ышаныу бар ине. Алкоголикка үҙ-үҙенә "Мин башҡа бер ҡасан да эсмәйәсәкмен" тип әйтеүе ауыр. Был ҡурҡыта.

Шул ваҡыттан бирле ике тапҡыр — һәр һигеҙ ай һайын ысҡындым. Ә 2010 йылдың 22 мартында мин эсеүҙе бөтөнләй ташланым. Был - минең икенсе тыуған көнөм.

Күпмелер дәрәжәлә миңә яңы ғәҙәттәрем ярҙам итте. башта нимә эшләргә белмәгәнектән мин шәхси үҫеш тураһында мәҡәләләр уҡыным, шуларҙың береһендә иттән баш тартыуҙың "мин" төшөнсәһен үҫтереп ебәреүҙә файҙаһы яҙылғайны. Иремә әйттем һәм вегетарианлыҡҡа күстек.

Араҡынан баш тартыу тормошомдо төҫһөҙ итте: бәхет хисен ҡайтарыу өсөн мин психотерапия курстары уҙҙым. Спорт менән шөғөлләнә башланым, медитация алымдарын үҙләштерҙем, теләктәр картаһы яһаным. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырыша башланым. Һәм бер мәл мин үҙемә башҡа тормош теләнем. Араҡыны ташламаһам, япа-яңғыҙ эсеп үләсәгемде аңланым. 

Үҙ-үҙең өҫтөндә эш — бик сетерекле, оҙаҡ эш ул. Әсәй менән мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе, ирем менән дә бер-беребеҙҙе аңлай башланыҡ. Әммә икебеҙ ҙә бала теләмәүебеҙҙе аңланыҡ. Беҙҙең этебеҙ, бесәйебеҙ бар. Тағы бер эт алырға уйлайбыҙ әле. 

14 йыл минең тормошомда алкоголь булды. Инде 11 йыл мин был тоҙаҡтан азат. Беренсе ваҡыттарҙа араҡыһыҙ уҙған һәр йыл минең өсөн байрам ине, ә хәҙер мин шул ҡәҙәр нығындым, хатта был даталарҙы онота ла алыр инем, әммә улар эш менән бәйле шул.

Әгәр минең тормошомда алкоголь булмаған булһа, мин хәҙерге кеүек була алмаҫ инем. Бөгөн мин башҡа кешеләргә был насар ғәҙәтте еңергә ярҙам итәм. Минең тәжрибәм, үткән юлым был ауыр юлды уҙырға ярҙам итә. Үҙе шул хәлдә булған кеше генә араҡыға ҡаршы тороуҙың нимә икәнен аңлай.

Алкоголикка ярҙам итеп була. Үҙенең эскесе булыуын аңламаған кешегә ярҙам итеү ауырыраҡ. Әгәр миңә 20 йәштә берәйһе эскесе булыуымды дәлилләргә тырышһа, мин уны "өс хәрефкә" генә ебәргән булыр инем...

Элекке алкоголиктар булмай, тиҙәр. Был һүҙ күпмелер дәрәжәлә дөрөҫ тә: бәйлелеге булған кешенең алкоголгә реакцияһы үҙенсә була. Әммә мин бөгөн үҙемде эскесе һанамайым, сөнки миндә спиртлы эсемлектәргә бәйлелек юҡ, беренсе сиратта - психологик бәйлелек. Минең бер ҡасан да эскем килмәй,  эскән кешеләр булған компанияла тыныс ултыра алам.

Мин араҡыға битараф. Эсеүҙе ташлағас, тормошта яңы төҫтәр, хистәр барлыҡҡа килә һәм кәйефте күтәреү өсөн башҡа бер ниндәй ҙә әйбер кәрәкмәй башлай.

 

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-207197381_137303

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас