Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март , 05:55

23 февралдә һәләк булған ирҙәрҙе 8 мартта ерләгәндәр

Был сәйер үлемдәр һаман һорауҙар тыуҙыра. Кемдер хатта, аномаль күренеш булды, тип бара...

23 февралдә һәләк булған ирҙәрҙе 8 мартта ерләгәндәр
23 февралдә һәләк булған ирҙәрҙе 8 мартта ерләгәндәр

8 мартта Өфөлә Алик Камаловты, Александр Моцныйҙы, Дмитрий Черновты һәм Йософ Әбү-Обайдехты һуңғы юлға оҙаттылар. Ир-егеттәр февраль аҙағында Пермь крайының Кваркуш яҫы таулығында буранға эләгеп һәләк булғайны. Уларҙың туңған кәүҙәләре 1 мартта ғына табылды. Биш дуҫтың береһе генә иҫән ҡала - Сергей.

Мәрхүмдәрҙе ерләр алдынан Йософтоң тол ҡатыны Оксана уларға ирҙәренең 23 февралдә һәләк булыуын хәбәр итеүҙәрен белдерә. Һәм: «Сәфәргә сығыр алдынан, 8 Мартта осрашырбыҙ, тигәйнеләр. Шулай килеп сыҡты ла, улар осрашты..." - тип ҡуя.

Хушлашыу бер бинаның ике залында үтә: береһендә православие динендәге Александр һәм Дмитрий менән бәхилләшәләр, икенсеһендә мулла мосолмандар Алик һәм Йософ өсөн доға уҡый...

Был ваҡиғала сәйер урындар етерлек. Тәжрибәле генә туристар нилектәндер тәбиғәт ғәрәсәтенә ҡаршы тора алмай. Улар 20 февралдә ҡаргиҙәрҙәрҙә 100 километрлыҡ сәйәхәткә сыға, әммә юлда бер техникалары боҙолоп, өсәү урында ҡала, икәү ярҙам артынан китә. Урындағылары ҡарҙан өң яһап, шунда йәшеренә. Әммә уларҙы килеп тапҡансы икәүһе һәләк була. Бер генә ир иҫән ҡала, ул да ныҡ ҡына өшөгән була. Ярҙам артынан киткән ике ирҙең дә туңған кәүҙәләрен әллә ни алыҫ түгел ерҙә табалар. Буран шул тиклем көслө буламы, улар ҡаргиҙәрен ҡалдырып йәйәү китә, ләкин ни бары 1,5 саҡрым тирәһе үтәләр. 

Уҙған быуат уртаһында шулай уҡ ҡышҡыһын туғыҙ турист сәйер рәүештә һәләк булған Дятлов артылышы был ирҙәр табылған урындан 100 саҡрымдай ерҙә ята. Нисек тә был тау-урман төбәге электән урындағы халыҡта ла шик-шөбһә уята.

Вафат булған ирҙәрҙең танышы Зифа Исхаҡова ла: "Мин әле лә шаҡ ҡатам. Мәрхүм булған икәүһен белә инем, Александр Моцный һәм Дмитрий Чернов менән элек бергә эшләнек. Улар эшҡыуар булып китте. Эсергә ярата торған кешеләр түгел. Ғалимдар ҙа белеп бөтмәгән аномаль күренеш булғандыр тип уйлайым. Ауыр тупраҡтары еңел, гүрҙәре киң һәм яҡты, йәндәре ожмахта булһын", - ти. 

Мәрхүмдәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Фото: Павел Крайнов/КП.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас