Йәмғиәт
13 Март , 10:05

"8 Март байрамын онотам бынан һуң!"

Мин мең һум аҡса бирҙем, ә улар... Ирҙәрҙең булдыҡһыҙлығына иҫем китте. Бүләкте сүплеккә атып бәрҙем.

"8 Март байрамын онотам бынан һуң!""8 Март байрамын онотам бынан һуң!"
"8 Март байрамын онотам бынан һуң!"

Бер аҙ бушанырға теләп яҙыуым. Быйылдан 8 Март байрамын ҡара исемлеккә кертермен кеүек. Шундай зарығып көткән байрам бөтөн кәйефемде ҡырҙы. Әле лә асыуымдан шартлармын һымаҡ.

Беренсенән, йөрөгән егетем миңә аҙыҡ-түлек кибетендә шиңеп ятҡан ләлә гөлләмәһе бүләк итте. Мин уны өйгә алып кереүгә үк сүплеккә аттым. “Һиңә бүләк алаһым килгән ине, нәмә алырға белмәнем”, - тине. Шаҡ ҡатҡыс! Ала белмәгәс, аҡсалата йәки сертификат биреп булмай инеме?

Ә эштәге егеттәр берәр ләлә сәскәһе бүләк итте һәм пицца менән һыйланы. Миңә эш буйынса китергә тура килде, ә ҡайтыуыма пиццанан елдәр иҫкәйне инде. Теге меҫкен ләлә лә моңайып башын эйеп ултыра ине.

Күңелем төштө. Мин егеттәрҙе 23 февраль менән ҡотларға 1000 һум аҡса бирҙем, ә миңә нәмә бирҙеләр?.. Шул ҡәҙәр күңелгә тейҙе...

Сығанаҡ: "Тормоштан алынғандар".

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас