Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март , 19:10

Боҙомдан һаҡланыу өсөн биш ысул

Хәҙистәрҙә унан нисек ҡотолорға өйрәтелә. Боҙом Ҡөрьән һәм Сөннәттән килгән доғалар ярҙамында алына. Тик бына уға тарымаҫ өсөн нисек һаҡланырға? Ябай ғына кәңәштәрҙе тоторға кәрәк.

Боҙомдан һаҡланыу өсөн биш ысул
Боҙомдан һаҡланыу өсөн биш ысул

Нисек һаҡланырға?

1. Иртән торғас, көндө «Бисмилла»нан башларға. Хәлеңдән килгәнсә «Йә Раббым, көнөмдө уңышлы ит, дошмандарҙан һаҡла, биргәнеңә шөкөр ҡыламын» тип доға ҡылырға кәңәш ителә.

2. Шикле ризыҡты ашамаҫҡа тырышығыҙ. Башҡа аҙыҡ-түлек булмаһа, доға ҡылырға кәрәк, тоҙ ҡабып ҡуйһағыҙ ҙа яҡшы.

3. Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрегеҙҙә шәхси фотоларҙы ҡуймаҫҡа тырышығыҙ.

4. Тейешһеҙ урында, ишек алдында энә, ваҡ ҡаҙаҡ, ваҡ аҡса кеүек нәмә күрһәгеҙ, тимер һоҫҡоға һалып сүплеккә ташлағыҙ.

5. Сихыр, боҙом хаҡ, шуға ла мосолман үҙе белеп һәр саҡ һаҡланып йөрөргә тейеш.

 

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас