МАХ мессенджерында төркөмлө чат булдырыу, видеозвонок ойоштороу, төрлө көйләүҙәр хәҙер инглиз телендә лә башҡарыла ала.
Интерфейстың версияһын инглиз теленә үҙгәртеү өсөн ҡушымтаны яңыртырға һәм тел көйләүҙәрен үҙгәртергә генә кәрәк. Android операцион системаһы ҡулланыусылары быны мессенджер профилендәге «Ҡушымтаның теле» бүлегендә эшләй ала. iOS ҡулланыусыларына иһә смартфондың көйләүҙәрендә телде үҙгәртергә кәрәк.
Әйткәндәй, күптән түгел МАХ-та 100 миллион ҡулланыусы теркәлде.