Республика менән идара итеү үҙәгендә граждандарҙың тормош сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Совет ултырышы үтте. Уның эшендә онлайн режимында Стратегик инициативалар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Олегович Карачин, республиканың министрлыҡ һәм ведомство, социаль сәйәсәт өлкәһендәге үҫтереү институттары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
Совет эшмәкәрлеге халыҡтың тормошона ҡағылған төп өлкәләрҙе үҙ эсенә ала – һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, мәшғүллек, социаль яҡлау, торлаҡ һәм инфраструктура, инклюзия, ҡулланыу, экология, дәүләт хеҙмәттәре һәм сервис, хәүефһеҙлек... Һәр йүнәлеш аныҡ министрлыҡҡа тәғәйенләнгән. 2025 йыл һөҙөмтәһе буйынса республика ил төбәктәре араһында бөтә күрһәткестәр нигеҙендә Сифат рейтингында тәүге тиҫтә иҫәбенә ингән. Атап әйткәндә, Совет ойошторолғандан алып Башҡортостан ҡырҡынсы урындан туғыҙынсы урынға күтәрелә алған. Ултырышты алып барыусы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов 2025 йылдағы эштәргә йомғаҡ яһап, быйылғы яуаплы бурыстарҙы билдәләне.
Игорь Карачин әйтеүенсә, рейтингтарҙың һәр береһе беҙҙең тормошобоҙҙо баһалаусы, йәмғиәт торошон, кәйефен һиҙемләүсе барометр менән бер. Ул республиканың идара итеү эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе һәм күп аспекттарҙа пионер булып сығыш яһауын, ә “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”, “Кескәй принцессалар балы” кеүек проекттарҙың Рәсәйҙә таралыу тәжрибәһен билдәләне. Республикала байтаҡ компанияларҙың милли инклюзив килешеүҙәргә ҡушылыуы, реабилитация һәм абилитация моделле программаларының эш башлауы, балалы ғаиләләргә, ауырлы ҡатындарға, демография мәсьәләләренә иғтибарҙың арттырылыуы милли рейтингты үҫтереүгә, эш һөҙөмтәлелегенә ышанысты көсәйтә. Ауыл һәм ҡалаларҙа заманса йәмәғәтселек биләмәләрен булдырыу, медицина хеҙмәтләндереүен һәм табиптарҙың эш шарттарын яҡшыртыу, Өфөлә “Салют” реабилитация комплексын асыу халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалманы. Игорь Карачин республиканың идара итеүсе командаһының социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа системалы эш алып барыуы һөҙөмтәһендә алдынғы позицияға сығыуын, күп күрһәткестәрҙе яҡшыртыуын һәм эш тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлашыуын билдәләне.
Яҡшы баһа алыуға ирешеү, халыҡтың өмөтөн аҡлау анһат түгел, һөҙөмтәле эш барыһынан да элек кешеләрҙең ихтыяжын аңлауҙы, өйрәнеүҙе талап итә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.