

Бөтә Рәсәй “Ғаилә зарницаһы” уйындарының яңы миҙгеле башланды. Тантаналы сарала Рәсәй Геройҙары, махсус хәрби операцияла һәм “Геройҙар дәүере” Президент кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар, былтырғы уйын миҙгелендә еңеүсе булған, призлы урын яулаған һәм финалға сыҡҡан ғаилә командалары ҡатнашты.
“Ғаилә зарницаһы”н башлап ебәреүсе – статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева. Уның тәҡдимен Рәсәй Президенты Владимир Путин хупланы.
Анна Цивилеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, “Ғаилә зарницаһы” проекты ғаиләләрҙе туплай, быуындар бәйләнешен нығыта, махсус хәрби операция ветерандарын остазлыҡ һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү системаһына берләштерә.
– Беҙҙең өсөн был айырыуса мөһим, сөнки беҙҙең һаҡлаусылар үҙ-ара ярҙам итеүҙең, команда эшенең ҡиммәт икәнлеген аңлай. Тап ғаилә беҙҙең төп терәгебеҙ булып ҡала. Өлкәндәрҙең һәм балаларҙың үҙҙәренең ата-бабалары кем икәнлеге, ниндәй юл үтеүе, балаларына һәм ейәндәренә ниндәй ҡиммәттәр ҡалдырыуы тураһында уйланыуы бик мөһим. Һәр ғаилә тарихы – ҙур илебеҙҙең бер өлөшө ул, - тип билдәләне Анна Цивилева.
Ижади бәйге – уйындың төп өлөшө. Ул яңы форматта буласаҡ һәм ғаиләләргә инженер фекерләүен күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Сарала ҡатнашыусыларға хәрби техниканың ябайлаштырылған моделдәрен ҡорорға һәм ярыш ваҡытында файҙаланырға кәрәк. Һынауҙар балаларға һәм йәштәргә ысын тормошта идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген табып булыуҙы күрһәтәсәк.
Проектта ике өлкән кешенән – ир менән ҡатындан һәм 11 йәштән ҙурыраҡ ике баланан торған ғаиләләр ҡатнаша. Сара дүрт этаптан тора: муниципаль, зона, төбәк һәм артабан махсус хәрби операция ветерандарынан остаз ҡушыла һәм финал.
“Ғаилә зарницаһы”нда ҡатнашыуға ғаризаны 24 апрелгә тиклем “Беренселәр хәрәкәте”нең рәсми сайтында түбәндәге һылтанма (https://projects.pervye.ru/projects/cef3e7bf-8192-4a3d-9cee-87df32c8aea5) буйынса бирергә мөмкин.
Башҡортостанда ғаризаны “Ватан һаҡсылары” фондының социаль координаторҙары аша йәшәү урыны йәки Өфөлә Совет урамы, 13/15 адресы буйынса бирергә мөмкин.
Август-сентябрҙә ҙур уйындың финалында 89 ғаилә һәм ошондай һанлы остаз ҡатнашасаҡ. Сараны “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды, Беренселәр хәрәкәте, “Юнармия” һәм “Яугир” үҙәге ойоштора.
Сығанаҡ, фото: Галина Морозова, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!