Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 23:55

Рөстәм Нәбиев: "Икенсе әсәйем тыуған көнөндә улы табылһын тип теләк теләне"

Билдәле яҡташыбыҙҙы - армияла ике аяҡһыҙ ҡалған десантсыны йәш ярымлыҡ сағынан атаһының бер туғаны Рида Хәкимова тәрбиәләй. Әле уның тыуған көнөндә Рөстәм ауылына барып ҡотлаған. Торт өҫтөндәге майшәмдәрҙе өрөп һүндергәндә икенсе әсәһе берҙән-бер теләген ҡысҡырып әйткән...

Рөстәм Нәбиев: "Икенсе әсәйем тыуған көнөндә улы табылһын тип теләк теләне"
Рөстәм Нәбиев: "Икенсе әсәйем тыуған көнөндә улы табылһын тип теләк теләне"

Саҡмағош ауылының Рапат ауылында тыуып үҫкән Рөстәм Нәбиев алты йәшкәсә әсәй тип йөрөгән кешеһенең үҙ әсәһе булмауын белмәй. Өләсәһе был турала әйткәс, ғаилә фажиғәһен ишетә. Атаһы был мәлдә әсәһен үлтергән өсөн төрмәлә ултырған була...

Әле Рида апайға 68 йәш тулған. Блогер үҙенең ике улы өҫтөнә Рөстәм менән уның ағаһын ҡарап үҫтергән икенсе әсәһен бик ярата, хөрмәт итә. Йыл да тыуған көнөнә ҙур сәскә гөлләмәһе тотоп барып хәлен белешә.

Рида апайҙың бер улы әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла, хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнә. Рөстәм МХО биләмәһенә гуманитар ылау менән барып, туғанын эҙләп тә йөрөгәйне... Тыуған көнөндә әсә кеше улының табылыуын һәм өйгә ҡайтыуын теләп майшәмдәрҙе өрөп һүндергән.

Сабырлыҡ һәм өмөттәрҙең һүнмәүен теләйбеҙ. 

Фото: https://vk.com/rustam.nabiev92

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас