Яҙ иртә килә. Тиҙҙән барыһы ла картуф сәсәсәк. Бөрйәндән Рәжәп Ғәбитов кәңәштәрен уртаҡлаша. Ҡолаҡ һалайыҡ әле.
Ғәҙәттә, орлоҡҡа тигән картуф-бәрәңгене, ултыртырға 25-30 көн ҡала, йылылыҡ 18 градустан да кәм булмаған яҡты урынға шыттырырға ҡуялар. Уларҙы тартмаларға һалып, өҫтө-өҫтөнә өйөп ҡуйырға ла мөмкин. Тик шуны иҫтә тотоғоҙ: бәрәңге торған урында һауа температураһы төндә алты градустан да түбән төшмәҫкә тейеш. Былай эшләһәгеҙ, бик иртә уңыш алырһығыҙ.
Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, бәпембәнең һары сәскәһе йәки ҡайында япраҡ күренә башлаһа, бәрәңге ултыртырға була ла инде. Ай календары буйынса тамыраҙыҡтарҙы ай кәмегән көндәрҙә ултыртырға кәңәш ителә.
Ә бына Фәриҙә Сәлимйәнова картуфты ҡаты ҡорт (проволочник) тишмәһен өсөн ошо ҡатнашманы ҡулланырға тәҡдим итә: ҙур биҙрәгә иләнгән көл, бер пачка гәрсис (горчица) порошогы, һуған ҡабығы (ҡыштан йыйып барырға) һалып болғатырға ла һәр төп һайын берәр ус шуны һалып барырға.
Э. Ибраһимова фотоһы.