Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март , 06:00

Башҡортостан властары киләсәкте уйлап эш итә

25 мартта Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығының Башҡортостан үҫеше тураһында доклады сыҡты. Унда эксперттар республика сәнәғәтенән алып социаль өлкәһенә тиклем нисек үҫешкәнен тикшерҙе. Текста ил президенты Владимир Путиндың төбәк сәнәғәте үҫешенең "яҡшы темптарын" билдәләүе хаҡында әйтелә.

Башҡортостан властары киләсәкте уйлап эш итә
Башҡортостан властары киләсәкте уйлап эш итә

Төп иғтибар - технологиялар һәм дрондарға

Доклад авторҙары фекеренсә, Башҡортостан аңлайышлы стратегия төҙөгән һәм һынауҙарға тиҙ яуап бирә. Уларҙың баһаһы буйынса, 2030 йылдарға төбәк ҙур фәнни-технологик үҙәккә әйләнергә мөмкин. Бының өсөн республика башлығы Радий Хәбиров командаһы 2019-2025 йылдарҙа нигеҙ булдырҙы.

Докладта сәнәғәткә, бигерәк тә пилотһыҙ аппараттарға ҙур иғтибар бүленә. Республикаса дрондар һәм уларға деталдәр етештереү үҫешә. Электр моторҙары етештереү күләме йөҙҙәрсә мең данаға етергә мөмкин. Төбәк махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн 10 меңдән ашыу дрон ебәргән дә инде, ә апрелдән поставкаларҙы тағы ла 50 процентҡа арттырырға планлаштыралар.

Башҡортостанда 20-нән ашыу компания-резиденты булған БПЛА ғилми-етештереү үҙәге, Шулай уҡ Владлен Татарский исемендәге операторҙар әҙерләү үҙәге эшләй. Былар бөтәһе бергә етештереүҙән белгестәр әҙерләүгә тиклем берҙәм системаны булдыра.

Инвестициялар һәм яңы производстволар

Белгестәр билдәләүенсә, төбәктә бизнес өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Майҙансыҡтарҙың береһе – "Алға" махсус иҡтисади зонаһы. Ул инвестиция йәлеп итеүсәнлеге буйынса лидерҙар иҫәбенә инә: бында 25 компания эшләй, ә инвестицияларҙың дөйөм күләме 65 миллиард һумдан ашып китә.

Эре сәнәғәт проекттары ла үҫешә, шул иҫәптән «Газпром нефтехим Салауат» базаһында. Инвестициялар күләме тиҫтәләрсә миллиард һум тәшкил итә. Дөйөм алғанда, Башҡортостан индустриаль парктарҙы һәм технопарктарҙы әүҙем киңәйтә.

Көндәлек тормоштағы үҙгәрештәр

Яңыртыуҙар иҡтисадҡа ғына түгел, социаль өлкәгә лә ҡағыла. 2022 цйылдан һуң төбәктә 50-нән ашыу объект төҙөлгән.

2025 йылда ғына тиҫтәләгән мәктәп ремонтланған һәм яңы медицина учреждениелары асылған: алты поликлиника һәм йөҙҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты. Мәҫәлән, Асҡындағы яңы поликлиника 17 меңдән ашыу кешене ҡабул итә ала.

Башҡортостан шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам күрһәтә: 55 төр ярҙам сараһы ғәмәлдә. Ике йыл эсендә быға 30,5 миллиард һумға тиклем аҡса йүнәлтелгән. Ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең күбеһе эш тапҡан да инде.

Экспорт һәм халыҡ-ара бәйләнештәр

Төбәк башҡа илдәр менән сауҙаны киңәйтә, хәҙер уның 100-ҙән ашыу партнеры бар. Мәҫәлән, Бразилияға экспорт 10 тапҡырға, Һиндостанға алты тапҡырға артҡан.

Ауыл хужалығы ла һөҙөмтә бирә: продукция экспорты күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан. Башҡортостан БДБ илдәренә, Төркиәгә һәм Ҡытайға тауарҙар оҙата.

Туризм да үҫешә. Республикала 800-гә яҡын маршрут эшләй, ә туристар һаны йылына 1,6 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә. Халыҡ-ара кимәлдә танылған тәбиғәт объекттары арҡаһында популярлыҡ арта.

Төп һығымталар

Эксперттар фекеренсә, Башҡортостан бөгөн сәнәғәт төбәге генә түгел. Был территория әүҙем үҫә, инвестициялар йәлеп итә, технологияларҙы үҫтерә һәм йәшәү сифатын яҡшырта. Һәм иң мөһиме – быны киләсәккә иҫәп тотоп эшләй.

 

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/articles/novosti/2026-03-26/eksperty-zayavili-vlasti-bashkirii-dumayut-na-gody-vperyod-4628683

Фото: Олеся Вильданова / fotobank02.ru

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас