Йәмғиәт
30 Март , 08:39

Өфөнән Белоретҡа – дүрт сәғәттә

Был поездар оҙаҡламай йөрөй башлай.

Өфөнән Белоретҡа – дүрт сәғәттәӨфөнән Белоретҡа – дүрт сәғәттә
Өфөнән Белоретҡа – дүрт сәғәттә

Өфөнән Белорет ҡалаһына тиклем поезда дүрт сәғәт эсендә барып етеп буласаҡ. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков хәбәр итте.

Апрелдә Башҡортостанға ике ике системалы “Финист” электр поездары киләсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса был тиҙлекле электричкалар Өфө – Белорет маршрутын өсөн тәғәйенләнәсәк. Быйыл октябрҙә әлеге маршрут Магнитогорскка тиклем оҙайтыласаҡ, ә киләһе йылдан “Финист”тар Сибайға тиклем барып етәсәк.

– Дүрт сәғәттә Белоретҡа барып етеү – бик шәп, айырыуса, ауыр ҡышҡы миҙгелдә. Юлдар бушап ҡаласаҡ. Тағы бер составты Һамарға тиклем ебәрәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Дмитрий Новиков әйтеүенсә, Өфөнән Һамарға тиклем электр проездары 8 майҙан йөрөй башлаясаҡ. Маршрутҡа улар йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә сәғасаҡ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас