+30 °С
Болотло


“Рәсәй территорияһында банк карталары аша түләүҙәге техник өҙөклөктәр арҡаһында “Көнсығыш сығыу юлы” автомобиль юлындағы пункттарҙа ваҡытлыса банк карталары менән, шулай уҡ транспондер ярҙамында түләү мөмкин түгел. Ҡулаҡса булмағанда, ваҡытлыса альтернатив хәрәкәт юлын һайлауҙы һорайбыҙ. Уңайһыҙлыҡтар өсөн ысын күңелдән ғәфү үтенәбеҙ һәм һеҙҙең аңлауығыҙға өмөтләнәбеҙ”, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте.