

Башҡортостандан Әлмира апай Ульяновск өлкәһендә вагондары ҡолаған поезда булған һәм зыян күргән. Һөйләүенсә, ул хаждан үҙе йәшәгән Шишмә районына ҡайтып барған. Вагон аҫтында нимәлер булғас, ул ҡолай башлай. Яҡташыбыҙ башы бәрә.
Хәл иртә таңда булған, был ваҡытта кешеләр йоҡлаған була әле. 15 вагондың етәүһе рельстан сығып оса. Поезда 415 кеше була.
Һәләк булыусылар юҡ, 30-ҙан ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр ала. Уларға медицина ярҙамы күрһәтелә, урында ашығыс хеҙмәттәр эшләүен дауам итә.
Фараз итеүҙәренсә, ваҡиғаға тимер юлының насар торошта булыуы сәбәпсе.
Фото: РФ Тәфтиш комитетынан.