Йәмғиәт
6 Апрель , 11:30

Өфө вуз-ара кампусы резиденты ҙур фәнни уңышҡа өлгәшкән

Аҡмулла университеты ғалимы Денис Борисов Рәсәй фәнни фондының грантына лайыҡ булған

Өфө вуз-ара кампусы резиденты ҙур фәнни уңышҡа өлгәшкәнӨфө вуз-ара кампусы резиденты ҙур фәнни уңышҡа өлгәшкән
Өфө вуз-ара кампусы резиденты ҙур фәнни уңышҡа өлгәшкән

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Механикала оператор ысулдары» лабораторияһының баш ғилми хеҙмәткәре Денис Борисов ғилми проекты өсөн Рәсәй фәнни фондының (артабан – РНФ) ярҙамына лайыҡ булған.

Шуныһын билдәләргә кәрәк: Денис Борисов Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй педагогия вуздары вәкилдәре араһында был абруйлы грантҡа лайыҡ булған берҙән-бер ғалим. Проектты тормошҡа ашырыу 2026–2028 йылдарға планлаштырылған, йыл һайын ете миллион һумға финанслау ҡаралған.

- Аҡмулла университеты ғалимының уңышыреспубликала фәнни мөхитте үҫтереү буйынса системалы эш һөҙөмтәһе. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге һәм вуз-ара кампус юғары уҡыу йорттарын ысынбарлыҡтағы тикшеренеү бурыстары тирәләй берләштерә, ә РНФ гранттарына лайыҡ булыу – был эштең сифаты күрһәткесе. Бындай проекттарҙың студенттарҙы әҙерләү кимәленә туранан-тура йоғонто яһағаны мөһим, – тип билдәләй Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Проект коллективының етәксеһе –  Денис Борисов, унда физика-математика фәндәре кандидаты Дмитрий Поляков һәм Оскар Солтанов, физика-математика фәндәре докторы Дмитрий Зезюлин да бар.

«Механикала оператор ысулдары» лабораторияһына вуздың почетлы профессоры Йәүҙәт Солтанаев етәкселек итә. Бында тикшеренеүҙәр алып барыла, юғары рейтинглы фәнни журналдарҙа мәҡәләләр баҫыла, РНФ гранттары тормошҡа ашырыла һәм Рәсәй Мәғариф министрлығының дәүләт заданиелары буйынса фәнни эштәр башҡарыла.

Фото://bspu.ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас