Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель , 22:45

Йыш ауырыйһығыҙмы? Бәлки, өйөгөҙҙө һирәк йыйыштыраһығыҙҙыр?

Былар барыһы ла аллерген, бактериялар һәм саң талпандары сығанағы. Улар йүткереү, тымау, тын алыу проблемалары һәм хатта хроник арығанлыҡ тыуҙыра.

Йыш ауырыйһығыҙмы? Бәлки, өйөгөҙҙө һирәк йыйыштыраһығыҙҙыр?
Йыш ауырыйһығыҙмы? Бәлки, өйөгөҙҙө һирәк йыйыштыраһығыҙҙыр?

Күптәр өй йыйыштырыуҙы кеше, ҡунаҡ килгәндә таҙа, тәртип булһын өсөн тип уйлай. Әммә ысынында өйҙәге таҙалыҡ йыш ауырыу-ауырымау менән дә туранан-тура бәйле. Туҙан, бысраҡ иҙәндәр, яңы булмаған түшәк кәрәк-ярағы — былар барыһы ла аллерген, бактериялар һәм саң талпандары сығанағы. Улар йүткереү, тымау, тын алыу проблемалары һәм хатта хроник арығанлыҡ тыуҙыра.

Бына ауырымаҫ өсөн ниндәй йышлыҡта йыйыштырырға кәрәк:

Иҙән

Бер көн эсендә урамдан йөҙләгән микроб, саң һәм аллерген өлөшсәләре алып инәһегеҙ. Быларҙың барыһы ла иҙәнгә ултыра. Бигерәк тә кухняла һәм коридорҙа.

Ишек эргәһен аҙнаһына 2-3 тапҡыр йыуырға кәрәк.
Аш-һыу бүлмәһен дә.
Ванна бүлмәһен — аҙнаһына 2 тапҡыр (дымлылыҡ һәм үңәҙ хәүефе арҡаһында).
Йоҡо бүлмәһен һәм ҡунаҡ бүлмәһен — аҙнаһына 1-2 тапҡыр.
Шуныһы мөһим: һыу менән генә түгел, ә махсус химик сара менән. Һыу үҙе бактерияларҙы үлтермәй.

Түшәк кәрәк-ярағы

Төндә кеше ярты литр тирен, тире өлөшсәләрен, сәсен юғалта. Былар барыһы ла саң талпандары өсөн идеаль мөхит. Улар тешләмәй, әммә уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге аллергия, астма, ҡысыу тыуҙыра.

Простыня һәм яҫтыҡ-мендәр тыштарын 5-7 көн һайын алмаштырырға кәрәк.
Юрған тыштарын — 10-14 көнгә бер тапҡыр.
Юрғандарҙы һәм мендәрҙәрҙе йылына 1-2 тапҡыр йыуырға.
Түшәк кәрәк-ярағын 60 градустан түбән булмаған температурала йыуығыҙ. Талпандар һәм бактериялар шулай ғына үлә.

Туҙан

Туҙан — үлгән тире, йөн, талпан, һеркә, туҡыма өлөшсәләре ҡатнашмаһы. Ул кәштәләргә, мебелгә, техникаға ултыра. Эргәһенән үтеп барғанда һәр ваҡыт һауаға күтәрелә һәм үпкәгә эләгә

Туҙанды ҡоро туҡыма менән һөртмәҫкә, ул бары тик саңды тарата. Дымлы микрофибра ҡулланығыҙ. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр һөртөп алығыҙ. Шкафтарҙың өҫтөн, кәрниздәрҙе, радиаторҙарҙы, плинтустарҙы онотмағыҙ.

Аш-һыу бүлмәһе

Губкалар, таҡталар, һыуытҡыс тотҡалары, кран — барыһы ла бактериялар ояһы. Көн һайын һауыт-һаба йыуһаң да.

Һәр 1-2 аҙна һайын губкаларҙы алмаштырығыҙ.
Таҡталарҙы һәр ҡулланғандан һуң һабын һәм ҡайнар һыу менән йыуығыҙ.
Шкаф һәм һыуытҡыс тотҡаларын аҙнаһына 2-3 тапҡыр һөртөгөҙ.
Сүп-сар һауытын аҙнаһына бер тапҡыр йыуығыҙ.

Ванна бүлмәһе

Ванна бүлмәһендә юғары дымлылыҡ була. Әгәр елләтмәһәк һәм һөртмәһәк, ҡара үңәҙ барлыҡҡа килә. Уның һеркәләре үпкәгә эләгә һәм йүткереү, аллергия, баш ауыртыуына килтерә.

Ванна бүлмәһен йыуынғандан һуң кәмендә 20 минут елләтегеҙ.
Стеналарҙы һәм шаршауҙы ике көн һайын һөртөгөҙ.
Аҙнаһына бер тапҡыр бәшмәккә ҡаршы химик сара ҡулланығыҙ.

Келәмдәр, дивандар, шаршауҙар

Келәмдәр һәм дивандар туҙан һәм талпандарҙы күберәк туплай. Бигерәк тә әгәр һеҙ диванда ашаһағыҙ йәки йорт хайуандарығыҙ булһа.

Келәмдәрҙе аҙнаһына кәм тигәндә ике тапҡыр һурҙырығыҙ.
Диван тышлыҡтарын һәм мендәрҙәрен 1-2 айға бер тапҡыр йыуығыҙ.
Шаршауҙарҙы 3-6 айға бер тапҡыр йыуығыҙ.

Һауа

Хатта иҙәнде йыуһаң да, һауа бысраҡ булыуы мөмкин. Бигерәк тә ҡышҡыһын, тәҙрәләр ябыҡ булғанда.

Бүлмәләрҙе көнөнә кәм тигәндә ике тапҡыр 10-15 минут елләтегеҙ.
Һауа ҡоро булһа, дымландырғыс ҡулланығыҙ.
НЕРА-фильтрлы саң һурҙырғыс саңды кире таратмай, аллергиктар өсөн был мөһим.

Ваҡ деталдәр

Һүндергестәр, пульттар, клавиатура, телефондарҙа бактериялар бәҙрәфтәгегә ҡарағанда ла күберәк. Уларҙы аҙнаһына 2-3 тапҡыр антисептик салфеткалар менән һөртөгөҙ.

Һәм тағы: урам аяҡ кейемендә өй буйлап йөрөмәгеҙ. Уны ишек төбөндә ҡалдырығыҙ.

Ваҡыт булмаһа, нимә эшләргә?

Көнөнә йыйыштырыуға 15-20 минут бүлегеҙ. Эште көндәр буйынса бүлергә була:

Дүшәмбе - аш-һыу бүлмәһе.
Шишәмбе - ванна бүлмәһе.
Шаршамбы - саң һөртөргә һәм ҡунаҡ бүлмәһендәге иҙәнде йыуырға.
Кесаҙна - йоҡо бүлмәһен таҙаларға.
Йома - ишек төбөн һәм ваҡ-төйәк нәмәләр.
Иң мөһиме - барыһын да ял көндәренә ҡалдырмағыҙ.

Таҙалыҡ зарарлы булғанда

Артыҡ дезинфекция зарарлы микробтарҙы ғына түгел, файҙалыларын  да үлтерә. Иммунитетҡа еңел "тренинг" кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ көн һайын хлорка менән йыуаһығыҙ икән, организм көсһөҙләнә.Шуға таҙалыҡты һаҡларға, әммә стериль мөхит булдырырға түгел.

Һөҙөмтә

Даими йыйыштырыу — идеаль тәртип булдырыу түгел, ә һаулыҡты һаҡлау өсөн. Туҙан һәм бактериялар әҙерәк булһа, йүткереү, сөскөрөү, аллергия һәм тымау ҙа әҙерәк була. Ябай график булдырығыҙ: иҙәнде аҙнаһына 2-3 тапҡыр, түшәктәрҙе аҙнаһына бер тапҡыр, саңды аҙнаһына 2-3 тапҡыр, аш-һыу һәм ванна бүлмәһе даими таҙалап тороғоҙ. Һәм тын алыуы еңелерәк булыуын, һирәгерәк ауырыуығыҙҙы күрерһегеҙ.

Автор фотоһы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас