

Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡар ауылындағы өр-яңы балалар поликлиникаһында булды. Объект “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы төҙөлөп, быйыл мартта ғына файҙаланыуға тапшырылғайны.
Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыған дүрт ҡатлы поликлиника Асҡар үҙәк район дауаханаһы структураһына инә. Бинала көндөҙгө стационар, процебура кабинеттары, ашығыс медицина ярҙамы блогы, амбулатор ҡабул итеү, физиотерапия һәм дауалау физкультураһы бүлмәләре бар. Яъы объектты дауахананың төп корпусы менән икенсе ҡат кимәлендәге йылы үткәүел тоташтыра.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, сменаһына 150 кешене ҡабул итерлек поликлиника бөтә район балаларына сифатлы медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Радий Хәбиров йәш пациенттарҙы ҡабул итеү шарттарын баһаланы, табип-хирург, педиатр, стоматолог, офтальмолог һәм УТТ кабинеттарын, шулай уҡ көндөҙгө стационар палатаһын ҡарап сыҡты, медицина персоналы менән аралашты.
– Объектты төҙөп бөттөк. Ул архитектура йәһәтенән дә күркәм, йыһазландырыу буйынса ла юғары кимәлдә килеп сыҡты, – тине Радий Хәбиров. – Алда яңы бурыстар тора. Иглиндә ҙур поликлиника һала башлайбыҙ. Бынан тыш, быйыл республика бюджеты иҫәбенә йәнә ике фельдшерлыҡ-акушерлыҡ пенкты төҙөйбөҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.