Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәге төркөмөндә видеояҙма ҡалдырҙы. Унда уның аэропортта ғаиләһе менән хушлашҡаны тасуирлана. Апрель айында блогерҙың донъялағы иң бейек тау Эверестҡа юлланасағы билдәле ине. Күрәһең, ваҡыт еткән.
Непал һәм Ҡытай илдәре сигендә 8848 метр бейеклектә ятҡан Эверестҡа апрель-май айында менеүе уңайлы. Тәүҙә тау итәгендәге лагерҙарҙа акклиматизация үтергә кәрәк, унан инде ике аҙна ғына һауа торошо тотороҡло мәл була - альпинистар шул арала унда менеп төшөргә өлгөрә. Әммә тауҙы яулау бик хәүефле, оҙатып йөрөүселәр һәм кислород баллондары, ныҡлы һаулыҡ талап ителә.
Рөстәм Нәбиев тауҙарға менеүен 2020 йылда Кавказдағы Эльбрустан (5642 м /5621 м) башлағайны. Бынан тыш, биш йыл эсендә Непалдағы Манаслу (8163 м), Төркиәләге Арарат (5165 м), Рәсәй-Грузия сигендәге Казбек (5033м), Танзаниялағы Килиманджаро (5895 м), Аргентиналағы Аконкагуа, (6962 м), Бүрәт Республикаһындағы Мөхәббәт түбәһе (2124 м) һәм Башҡортостандағы Ирәмәл (1589 м) түбәләренә артылды.
Ә бит һуңғы тапҡыр ул, башҡаса был эш менән булышмаясаҡмын, ғаиләм ҡәҙерлерәк тигәйне. Күрәһең, тауҙар саҡыра. Был осраҡта, имен-һау әйләнеп ҡайт, тиергә генә ҡала.
Фото: https://vk.com/rustam_nabiev92
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!