Бөгөн Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡар ауылындағы Йәштәр ял үҙәгендә булды. Учреждение капиталь ремонт өсөн аҡса алыуға республика Йәштәр сәйәсәте министрлығы конкурсында ҡатнаша.
1991 йылда төҙөлгән бинала спорт секциялары өсөн бүлмәләр, 50 кешелек йәштәрҙең башланғыстары зонаһы, 190 урынлыҡ кинозал, эш бүлмәләре бар. Үҙәктә 250 кешене берләштергән алты йәштәр ойошмаһы эшләй.
Төбәк етәксеһе йәштәрҙең ялының нисек ойошторолоуын ҡараны. Бында тематик кисәләр уҙғарыла, ирекмәнлек менән шөғөлләнәләр, хорҙа йырлайҙар, гитарала уйнайҙар, “Беренселәр хәрәкәте” һәм “Йәш гвардия” ағзалары сафына ҡабул итәләр. Балалар һәм уҡытыусылар республика етәксеһенә үҙҙәре төҙөгән экспозицияларҙы күрһәтте.
– Беҙ йәштәр ял үҙәктәрен тәртипкә килтерә башланыҡ. Эште Өфөнөң Пушкин урамындағы “Йәшлек” Башҡортостан йәштәре йортонан башлап ебәргәйнек, – тине журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров. – Бындай учреждениелар һәр муниципалитетта бар. Мәҫәлән, Учалыла яҡшы ремонт яһаныҡ. Бында ла килербеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.