

2020 йылда Рөстәм Нәбиев Эльбрусҡа күтәрелгәндә уның алты йылдан һуң планетаның иң бейек нөктәһен яуларға йыйынасағын кем күҙ алдына килтерә ине икн?..
Эверест 8848 метр бейеклектә ята һәм унда менеү бик хәүефле. Шуға ла күптәр блогерҙың был маҡсатына ҡаршы сыҡты, үҙеңде һаҡла, ғаиләңде уйла, тип яҙҙылар.
"Мин унда аңлы рәүештә һәм ғаиләм менән килешеп барам, Индира рөхсәт бирҙе", - тигән ул осош алдынан.
Рөстәм ике айға китте. Шулай уҡ ул бөтә юридик мәсьәләләрҙе хәл итеүен хәбәр итте: "Тауға киткән һайын мин васыятнамә төҙөйөм. Барыбер бының хәүефле эш икәнен аңлайым, теләһә ниндәй хәл булырға мөмкин. Был минең үлергә барыуым тураһында аңлатмай, әммә ошондай страховка ниндәйҙер кимәлдә күңелде тынысландыра".
Имен-аман йөрөп ҡайт! Хәйерле юл!
Фото: Р. Нәбиевтең шәхси архивынан.