

Медиафасадта йондоҙло күк йөҙө, таң атыуы, пасха йомортҡалары һәм биҙәктәре алмашынып торасаҡ. Шулай уҡ манарала: "Пасха байрамы менән!", "Пасха менән!", "Бәхет, тыныслыҡ, изгелек!" тигән яҙыуҙар барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл 25 йыл тулған Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре Башҡортостан халҡын шулай итеп Яҡты Пасха менән ҡотларға ҡарар итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Пасха – христиандарҙың төп байрамы. Ул яңырыуҙы, тормоштоң һәм изгелектең еңеүен кәүҙәләндерә. Был көндө яҡындар менән табында йыйылып, бер-береңә куличтар һәм буялған йомортҡалар бүләк итеү йолаһы бар.
Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-04-10/telebashnya-v-ufe-zasvetitsya-pashalnymi-uzorami-4648139