Йәмғиәт
13 Апреля , 19:00

Вәсилә Фәттәхова урамы булырмы? Һеҙҙән тора!

2022 йылда Шишмә районында уның "Тыуған яҡ" йыры исемендәге ауыл да төҙөлөргә тейеш ине. Аҡса мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар тыуып, төҙөлөш башланмай ҡала. Хәҙер йырсының һәм ошо йыры исемендәге урамдарҙы хуплайһығыҙмы тигән һорауҙар халыҡ тауыш биреүенә сығарылды.

Вәсилә Фәттәхова урамы булырмы? Һеҙҙән тора!Вәсилә Фәттәхова урамы булырмы? Һеҙҙән тора!
Вәсилә Фәттәхова урамы булырмы? Һеҙҙән тора!

Өфө ҡала хакимиәте баш ҡалалағы бер нисә урамға исем бирергә тәҡдим итә. Мәҫәлән, Ленин районында Тауышһыҙ тыҡрығы, Владимир Высоцкий, Вәсилә Фәттәхова һәм Тыуған яҡ урамдары барлыҡҡа килергә мөмкин. Шул сәбәптән халыҡтың был атамаларҙы хуплау-хупламауы тикшерелә. Урамдарға исем биргәндә был теләктәр иҫәпкә алынасаҡ.

Яратҡан йырсыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн һәр кемебеҙ "эйе" тип яуап бирә ала. Тауыш биреү ошо платформала бара, тик унда ингәс тә "Войти через Госуслуги" тигән яҙыуға баҫырға кәрәк: https://gorodufa.ru/vote/new.php?VOTE_ID=125

 

Фото: https://vk.com/vasilya_fattakhova

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас