

Финал алдынан кастинг үткәрелгән, уның һөҙөмтәләре буйынса жюри ете ҡатнашыусыны һайлап алған. Был ғәмәл еңелдән булмаған: ҡыҙҙар юғары әҙерлек кимәле, ижади һәләттәрен, башҡорт мәҙәниәтен белеүҙәрен күрһәткән, үҙҙәрен бик ышаныслы тотҡан. Финал 18 апрелдә киске 5-се яртыла “Братеево” мәҙәни үҙәгендә уҙғарыла.
Тамашасыларҙы сағыу программа көтә, ти ойошторусылар – дефиле һәм башҡорт мәҙәниәтенең матурлығын, тәрәнлеген, боронғолоғон сағылдырған ижади сығыштар.
Проект башҡорт мәҙәниәтен һәм телен популярлаштырыуға, милли йолаларҙы һаҡлауға, шулай уҡ йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөмкинлектәрен асыуға, уларҙың үҙ ынтылыштарын тормошҡа ашырыуына булышлыҡ итеүгә һәм хәҙерге башҡорт ҡыҙы – үҙ көсөнә ныҡ ышанған, талантлы һәм гармониялы шәхес – образын формалаштырыуға йүнәлтелгән. Конкурстың финалы традицияларҙы һәм хәҙерге заманды берләштергән мөһим мәҙәни ваҡиға булыр, тип инана ойошторусылар.
Мәғлүмәт, фото: БР Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте.