Йәмғиәт
17 Апреля , 06:30

Алдаҡсыларға ярҙам иткәндәрҙе төрмә көтә

Телефон аша алдаҡсыларға аҡса күсертергә һәм ҡулаҡсаға әйләндерергә ярҙам иткән әҙәмдәр өсөн енәйәт яуаплылығы тураһындағы закон проекты ҡабул ителде.

Алдаҡсыларға ярҙам иткәндәрҙе төрмә көтәАлдаҡсыларға ярҙам иткәндәрҙе төрмә көтә
Алдаҡсыларға ярҙам иткәндәрҙе төрмә көтә

Телефон аша алдаҡсыларға аҡса күсертергә һәм ҡулаҡсаға әйләндерергә ярҙам иткән әҙәмдәр өсөн енәйәт яуаплылығы тураһындағы закон проекты ҡабул ителде. Әйтергә кәрәк, был эш «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Проектта банк картаһын мутлашыусыларға биргән өсөн

*өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү

*енәйәт схемаһын ойошторған өсөн 1 миллион һумға тиклем штраф менән алты йылға иректән мәхрүм итеү ҡарала.

 

Партия шулай уҡ алдаҡсыларҙы табыу өсөн интернетта мәғлүмәттәрҙе һаҡлау ваҡытын оҙайтыуға өлгәште.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас